2023 йылдың 30 авгусынан республиканың участка һайлау комиссиялары Башҡортостан Республикаһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн урынлашҡан урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғаризалар ҡабул итә башланы.
2023 йылдың 10 сентябрендә теркәлгән урынынан ситтә, әммә республика биләмәһендә булған һайлаусылар яҡындағы һайлау участкаһында тауыш бирә ала. Бының өсөн “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында алдан - 6 сентябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк.
Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom