Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең “Бәйләнештә”ге социаль селтәрендә райондан беренсе тапҡыр тауыш бирергә барған йәштәр тураһында яҙҙы.
“Тауыш биреү – ул һәр ваҡыт тулҡынландырғыс ваҡиға, айырыуса тәүге тапҡыр барғанда. Райондың йәш һайлаусылары әүҙем рәүештә үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуғын тормошҡа ашыра һәм был сәйәси ваҡиғала ҡатнаша. Бөгөн тәүгеләрҙән булып Матрайҙан Илнар Салауатов, Ҡашҡарҙан Айгиз Моратов, Йылайыр ауылынан Вилена Әхмәтова һәм Юлдыбайҙан Бәхтейәр Ильясов килде.
Уларға юғалып ҡалмаҫҡа участка һайлау комиссияһы ағзалары ярҙам итте һәм тауыш биреү процесының нескәлектәрен аңлатты.
Һеҙгә әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".