Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм Рәсәй Енәйәт-башҡарыу системаһы ойошторолоуға 145 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте.
Сарала почетлы ҡунаҡтар – республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, хеҙмәттәшлек итеүсе ведомстволар һәм йәмәғәт контроле структуралары етәкселәре, традицион дини конфессия вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы пенитенциар ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашты.
Тантаналы шарттарҙа Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Владислав Дзюба шәхси составты һөнәри байрамдары менән ҡотланы, барыһына ла хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ сара ҡунаҡтарынан да ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, улар яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн ведомство миҙалдары, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Сара һуңында байрам концерты күрһтелде – сәхнәлә Башҡортостан Республикаһы көс структураларының йыйылма ансамбле, Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, 41-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе кадеттары һәм республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, 145 йыл элек император Александр II указы менән Эске эштәр министрлығы составында баш төрмә идаралығы ойошторола, ул төрмә ведомствоһы органдарына туранан-тура етәкселек итеүсе юғары контролдә тотоу һәм идара итеү инстанцияһына әйләнә.
Был байрам үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәр кемгә тәрән ихтирам һәм ихлас рәхмәт символы булып тора.
Фото: Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.