Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь , 19:10

Тауыш биреү 100 процент тәшкил итә

Тәфтиш изоляторында булған кешеләр бөгөн тауыш биргән

Тауыш биреү 100 процент тәшкил итә
Тауыш биреү 100 процент тәшкил итә

8 сентябрҙә “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Галин тәфтиш изоляторында булған кешеләрҙең тауыш биреүе нисек ойошторолоуы хаҡында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, хөкөм ителгәндәр һәм аҡылдары теүәл түгел тип танылғандар һайлау хоҡуғынә эйә түгел, ә ҡалғандарҙың барыһы ла үҙ тауышын бирә ала.

– Тауыш биреү 100 процент тәшкил итә. Граждандар һайлауҙа ирекле рәүештә ҡатнаша. Камераларҙағы кешеләр өсөн, бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт ултырғандар өсөн, һәр ваҡиға – ул байрам. Кешеләр хатта был көндө көтә. 100 процент тауыш бирҙәлер. Беҙҙә иртәнге сәғәт һигеҙҙә тауыш бирә башланылар. 10.00 сәғәткә тиклем бөтәһе лә тиерлек һайлауҙа ҡатнашты. Берҙән-бер 1-се СИЗО-ла, унда 1300 самаһы кеше, улар 13.00-гә тиклем тауыш бирҙе, – тип хәбәр итте Олег Галин.

 Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе  урынбаҫары Илмира Нәбиуллина, бөгөн республиканың бөтә дүрт тәфтиш изоляторҙары ла тауыш бирҙе, тип белдерҙе. Улар һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы булған 1761 кеше.

– Ғәйепләнеүселәр өсөн тауыш биреү – камеранан сығыу, һайлау участкаһына тиклем йөрөү, тауыш биреү мөмкинлеге. Барыһы ла йылмайып сығып, үҙ һайлауын яһай. Һаҡ аҫтында ултырғандар араһында тауыш бирергә теләмәгән бер генә кеше лә булманы. Язаны үтәү системаһына холоҡ төҙәтеү үҙәктәре лә инә – уларҙан 490 ғариза килгән, барыһы ла тауыш биргән, — тип белдерҙе Илмира Нәбиуллина.

 Тәфтиш аҫтында булып ҡулға алынғандарҙан ялыуҙар килмәгән, һайлау бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр һәм зарланыуҙарһыҙ үтә.

Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: