Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь , 13:30

"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек", - ти Венера апай

Яңы ғына эшкә килгән етем ҡыҙ Венера үҙе тәрбиәләнгән Әлифә өләсәһенә ярҙам булһын тип тырышып эшләй, ҡулынан килгәнсә тыуған яғы Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылына уның янына ҡайтып тора. Шулай донъя туплайым, үҫешәм тип йөрөгән мәлдә 19 йәшлек ҡыҙҙы яҙмыш тағы һынай...

"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек", - ти Венера апай
"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек", - ти Венера апай

...Яңы ғына эшкә килгән етем ҡыҙ Венера үҙе тәрбиәләнгән Әлифә өләсәһенә ярҙам булһын тип тырышып эшләй, ҡулынан килгәнсә тыуған яғы Стәрлебаш районы Ибраҡа ауылына уның янына ҡайтып тора. Шулай донъя туплайым, үҫешәм тип йөрөгән мәлдә 19 йәшлек ҡыҙҙы яҙмыш тағы һынай - был юлы иһә уға әжәл килә. Әммә әжәлде лә еңеп сыға ул! Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан элеваторҙа хеҙмәт бурысын үтәп йөрөгән мәлдә өҫтөнә ҙур туң он киҫәге ҡолай һәм умыртҡа һөйәген һындыра. Табиптар инде ҡул һелтәп ҡуйған мәлдә, Венера күҙҙәрен аса. "Өләсәйемдең доғалары ярҙам иткәндер!" - тип иҫләй был мәлде ул үҙе.
Күҙҙе асыу бер, ә бит хәҙер ул арбаға (ул саҡта уныһы ла юҡ) беркетелгән, әсәлек, ир ҡатыны булыу бәхетен дә татып өлгөрмәгән ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ. Артабан нисек йәшәргә?!

Биш йыл... Ошо оҙайлы ваҡыт дауамында Венера Абдуллина үҙенә ҡайта, үҙендә йәшәргә, көрәшергә көс таба.
Көрәш... Үҙ-үҙең менән көрәш... Уратып алған донъя менән!.. Ысынлап та, йәш кенә ҡыҙға инде бәхете бармаҡ араһынан ҡойолған һыу һымаҡ ағып сығып барғанда уны туҡтатырға көс табырға кәрәк була. "Мин йәшәргә тейешмен!" - тигән маҡсат ҡуя ул үҙенә! Һәм нәҫеленән килгән рухи көскә таянып физик йәһәттән булмаһа ла, психологик торошонда ул аяҡҡа баҫа!
Әммә был бынан илле биш йыл элек "беҙҙә инвалидтар юҡ" тигән замандарҙа булған ваҡиғалар һәм тағы бер көрәшкә юлыға ул: үҙеңдең хоҡуҡтарыңды яҡлау! Хоҡуҡтарың өсөн көрәш. Дауаланырға юлламалар, тәүге автомобиль... быларҙы даулау нисек ауыр булғанын ул үҙе һәм Хоҙай ғына белә.
Шулай тулы тормошта йәшәп китә ул. Машина йөрөтөргә өйрәнә ҡыйыу ҡыҙ. Һәм... Хоҙай уға әсәлек бәхете лә бүләк итә. Тормош иптәше инвалид булғанға йәлләп түгел, ҡыҙҙың рухи көсөнә, сибәрлегенә ғашиҡ була. Йәш ҡатын ҡыҙ бала таба. Әлбиттә, һиңә бала табырға ярамай, тип кәңәш биргән табиптар ҙа булмай түгел. Бында ла еңеп сыға Венера ханым. Ҡыҙы иҫән-һау булып тыуып, етеҙ, уңған булып үҫеп, үҙе хәҙер бәхетле әсә, ҡатын.
Тик... атаһы ҡосағында ғына үҫергә яҙмай уға. Венера Абдуллина йәшләй генә тол ҡала - яҙмыш йәнә үҙ һынауын өҫтәгән булған икән...
Был күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙы ла күтәреп сыға иңендә инвалид арбаһында ултырған көйө. Әлбиттә, ауыр саҡтар булмаған түгелдер, инвалид пенсияһы тураһында ғына түгел һүҙем. Хәҙерге һымаҡ баланы мәктәпкә оҙатыу, ҡаршы алыу һымаҡ бурыс-мәшәҡәттәрҙе кисерә алдымы икән? Хәйер, Венера апайҙың "Ҡыҙым өс кенә йәштән үҙе магазинға йөрөй торғайны", - тип һөйләүе үҙе үк күп нимәгә ишара. Ниндәйҙер физик яҡтан гел янында булмаһа ла, әсә менән ҡыҙ араһында булған рухи бәйләнеш был ғаиләне ныҡлы итә.
Бөгөн дә Венера Абдуллина ҡыҙының бәхетенә ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығына күмелеп йәшәй. Шул уҡ ваҡытта ул өләсәй сүрәтендә генә түгел, тотош йәмғиәт кимәлендә әүҙем булып ҡала: үҙе һымаҡ кешеләрҙе әүҙем йәшәргә саҡырыу буйынса саралар ойоштора, хоҡуҡтарын яҡлай, тыуған ауылын төҙөкләндереүҙә һәм махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Етмеш бишенсе йәшен ваҡлаған, яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин әйткәнсә, "үлгәндән һуң" илле биш йыл йәшәп килгән, шул ғүмерҙең илле йылын руль артында йөрөгән Венера Абдуллина күптәргә өлгө булырлыҡ!
- Шөкөр итеп йәшәйем. Барыһы ла бар хәҙер. Беҙҙе таныйҙар, физик мөмкинлектәре сикле кешеләргә иғтибар көслө, дауамым-балаларым янымда. Бер ай элек Хөкүмәттән яңы "Лада Гранта" ла алып ҡыуандым әле бына. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы файҙаланып, бурыстарыбыҙҙы онотмай йәшәйек. Һайлау икән, тимәк кем был хоҡуҡҡа эйә, мөмкинлек табып тауыш бирәйек! - тип һығымта яһаны Венера Ғәлләм ҡыҙы һайлау участкаһы вәкилдәре менән осрашҡанда.
Әйткәндәй, бөгөн һайлауҙарҙың өсөнсө көнө, киске һигеҙгә тиклем үҙ хоҡуҡтарыбыҙ менән ҡулланып ҡалайыҡ, йәмәғәт!

"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек", - ти Венера апай
"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек", - ти Венера апай
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: