Рәсәй Президенты Владимир Путин Астананан онлайн форматта Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстанға ике көнлөк дәүләт сәфәре менән килде.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Өфөлә барған Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ юбилей төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Төбәк бәйләнештәре, ысынлап та, ҙур әһәмиәткә эйә, ике яҡлы мөнәсәбәттәребеҙҙең бөтә комплексын эҙмә-эҙлекле тотороҡло үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Һуңғы ваҡытта Рәсәй-ҡаҙаҡ форумының юғары кимәлдәге сәфәрҙәр менән бер үк ваҡытта уҙыуы аңлайышлы ла, – тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин бөгөнгө Ҡаҙағстандағы һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән Ҡаҙағстан Республикаһы өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһим булараҡ ҡаралыуын билдәләне.
Ике ил төбәктәрен төрлө яҡлап үҫтереү, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән 150-ләгән берлектәге сараны үҙ эсенә алған төбәк-ара хеҙмәттәшлектең программаһы ҙур.
- Беҙҙең әлеге форум шулай уҡ Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың сауҙа-инвестиция хеҙмәттәшлеге темаһына арнала. Һәм һеҙ сик буйындағы сауҙаны һәм инвестицияларҙы арттырыуҙан, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеүҙән алып логистик инфраструктураны үҫтереүгә, транспорт бәйләнешен яҡшыртыуға, туристар һәм йәштәр менән алмашыуҙы әүҙемләштереүгә тиклем уның төрлө аспекттарын ентекле тикшерәһегеҙ. Бөгөн беҙ ҙә шул хаҡта һөйләштек, - тип билдәләне Владимир Путин.
Өфөлә Рәсәй Федерацияһының 30 субъекты һәм Ҡаҙағстандың 13 өлкәһе, йәғни ике яҡлы партнерлыҡ бәйләнештәрен киңәйтеү буйынса практик эшмәкәрлеккә әүҙем йәлеп ителгән төбәктәр вәкилдәре йыйылды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
– Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһының да аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы эҙләүгә ынтылышы мөһим. Атап әйткәндә, ҡул ҡуйыуға билдәләнгән төбәк-ара килешеүҙәр һәм меморандумдар, коммерция контракттарының ҙур пакеты ошо хаҡта һөйләй, – тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин төрлө тармаҡтарҙа тормошҡа ашырылыусы берлектәге проекттар тураһында ентекле һөйләне.
– Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек буйынса бай тәжрибәһе бар, һәм беҙҙең алда артабан берлектә эшләү өсөн киң мөмкинлектәр асылған. Төбәктәр киләсәктә лә Рәсәй-Ҡаҙағстан күп планлы партнерлығын үҫтереүгә тос өлөш индерер, тип ышанабыҙ. Үҙ сиратында, ике илдең етәкселеге, минең менән Ҡасым-Жомрат Кемелевич килешер тип уйлайым, файҙалы башланғыстарығыҙға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итер, тип уйлайым. Өфө форумында ҡатнашыусыларға уңыштар һәм иң изге теләктәремде еткерергә рөхсәт итегеҙ, - тип йомғаҡланы Владимир Путин.
Фото: Евгений Немков.