24 декабрҙә Өфөлә илдең Именлек Советы Рәйесе Урынбаҫары Дмитрий Медведев Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә - граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу барышы.
Фекер алышыуҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, дәүләт башлығының башҡа федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, илдең оборона министры урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби идаралығы начальнигы армия генералы Виктор Горемыкин, Генштаб һәм Үҙәк хәрби округ вәкилдәре ҡатнашты.
- 2024 йыл өсөн эш һөҙөмтәләрен баһаларға мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин уларҙы Оборона министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында иғлан итте. Дөйөм алғанда, быйыл Оборона министрлығы менән 440 меңгә яҡын кеше контракт төҙөнө. Был эш өсөн Рәсәй төбәктәре башлыҡтарына рәхмәт белдерәм, – тине Дмитрий Медведев.
Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/188476.html