Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Май 2025, 22:45

Башҡортостанда алдан электрон тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды

Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында 14 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә 122 һайлау кампанияһы үткәреү планлаштырылған. 

Башҡортостанда алдан электрон тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда алдан электрон тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды

19-25 майҙа Рәсәй төбәктәрендә 2025 йылдың сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының электрон алдан тауыш биреүе үтте. Тауыш биреүҙә 3 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты — тауыш биреү әүҙемлеге, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 6,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте партияның Генераль Советы секретары Владимир Якушев.

Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында 14 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә 122 һайлау кампанияһы үткәреү планлаштырылған.

Бөтә кампаниялар буйынса алдан тауыш биреүгә төбәктә бөтәһе 600 кандидат теркәлгән. Уртаса конкурс бер урынға 3 кеше тәшкил итә. Тауыш биреүселәрҙең дөйөм һаны 3 000-дән ашыу кеше тәшкил итә.

– “Берҙәм Рәсәй” көҙгө һайлауҙарҙа барлыҡ мандаттарға кандидаттар тәҡдим итәсәк. 198 кандидаттың унауһы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, улар араһында «Башҡортостан геройҙары» төбәк кадрҙар программаһының ярымфиналсылары ла бар.

Территориаль һайлау комиссиялары ҡарарҙары рәсми баҫылғандан һуң партияның урындағы бүлексәләре урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеүгә тотона.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас