Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Июнь 2025, 21:15

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде

Яңы етәксе менән таныштырҙылар.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде

Бөгөн, 11 июндә, Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Рәсәй Эске эштәр министрлығы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Федераль ведомство етәксеһе, полиция генералы Владимир Колокольцев шәхси составты Башҡортостан буйынса яңы эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский менән таныштырҙы.

Владимир Колокольцев республика ведомствоһының яңы етәксеһе үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе һәм уға яңы вазифала уңыштар теләне.

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм яңы төбәк министрына ярҙам белдерҙе.

- Тәү сиратта Эске эштәр министрлығының бөтә хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм. Берлектәге системалы эш арҡаһында Башҡортостан тормош өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы төбәктәр иҫәбенә инә, - тип билдәләне республика Башлығы. - Башҡортостандың идара итеү командаһы ведомство менән килешеп эшләй. Беҙ эске эштәр органдарына ярҙам күрһәттек, күрһәтәбеҙ һәм күрһәтәсәкбеҙ.

Александр Воронежский Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселегенә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, республикалағы ағымдағы оператив хәлде иҫәпкә алып, төбәк ведомствоһының эшен ҡуйылған бурыстарға ярашлы ойошторасағын билдәләне.

Белешмә:

Воронежский Александр Валерьевич 1975 йылдың 4 авгусында Ҡаҙаҡ ССР-ының Алма-Ата өлкәһендә тыуған. Дзержинский исемендәге Алма-Ата юғары хәрби сик буйы команда училищеһын, Тверь экология һәм хоҡуҡ институтын тамамлай.

Карьераһын Ҡаҙағстан Республикаһының сик буйы ғәскәрҙәрендә командир вазифаларында башлай.

2001 йылдан Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдарында енәйәт эҙләү подразделениеларында хеҙмәт итә, оператив һәм етәксе вазифаларын биләй. 2019 йылдың октябренән – Рәсәй Эске эштәр идаралығының Ҡурған өлкәһе буйынса начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы. 2022 йылдың ғинуарынан – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Свердловск өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының I, II, III дәрәжә «Хеҙмәттәге отличие өсөн», «Хәрби берләшмә өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас