11 июндә Ғафури районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сит ил эштәре министрлығының күп яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлек һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса департаменты директоры, Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Александр Алимов менән осрашты.
- Башҡортостан – ЮНЕСКО проекттарында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Яңы мөһим башланғыстар араһында - «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү буйынса эш. Бынан тыш, башҡорт шихандары Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы, шулай уҡ Уралдағы иң боронғо Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә номинация досьеларын әҙерләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Быйыл Шүлгәнташ мәмерйәһен ошо исемлеккә индереү тураһында ҡарарҙы ҙур өмөт менән көтәбеҙ.
Александр Алимов республика етәкселегенә йылы ҡабул итеү өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы менән әүҙем эш итеүен билдәләне.
Сара аҙағында Радий Хәбиров Александр Алимовты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Сығанаҡ: glavarb.ru