Яҡын Көнсығышта хәрби хәрәкәттәрҙең көсәйеүе менән бәйле Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Катарҙа, Кувейтта, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Оманда һәм төбәктең башҡа илдәрендә булған Рәсәй граждандарын максималь рәүештә һаҡлыҡ күрһәтергә, шәхси хәүефһеҙлек сараларын үтәргә – хәрби объекттарға һәм киҫкен инфраструктура райондарына яҡын бармаҫҡа, халыҡ күп йыйылған урындарға (сауҙа үҙәктәре, транспорт узелдары, парктар) йөрөмәҫкә кәңәш итте. Шулай уҡ урындағы властарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәү, хәүеф янағанда шунда уҡ тейешле йәшенеү урындарына барыу, шулай уҡ төндә йөрөүҙе сикләү зарурлығы әйтелде.
Рәсәй сит ил учреждениеларының, авиакомпанияларҙың, туроператорҙарҙың хәбәрҙәрен/иҫкәртеүҙәрен иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Рәсәй илселектәренең ашығыс элемтә телефондары: Катарҙа (+ 974-5588-7659), Кувейтта (+ 965-972-69-771), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә (+ 971-50-865-27-01), Ираҡта (+ 964-7-901-909-674) һәм Оманда (+ 968-9825-1131).