Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Август 2025, 09:00

Хеҙмәттәшлек нығына

Йәмәғәт палатаһы һәм партиялар берлектә эш итмәксе

Хеҙмәттәшлек нығына
Хеҙмәттәшлек нығына

31 июлдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙ-ара эш итеү тураһындағы күп яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документ республикала һаулауҙы үткәргәндә тауыш биреү барышын, унда ҡатнашҡандарҙың тауышын һанауҙы күҙәтеүҙе тәьмин итеү һәм һайлау йомғаҡтарын билдәләү өсөн Йәмәғәт палатаһының, сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәттәшлеген нығыта.

“Был килешеү бөтәбеҙҙең тырышлығын берләштереүҙе, электораль киңлектә үҙ-ара эш итеүҙең асыҡ һәм аңлайышлы ҡағиҙәләрен билдәләүҙе, һайлауҙың законлылығын һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарының үтәлешен тәьмин итеү өсөн партияларҙың беҙгә ярҙам итергә әҙер булыуын аңлата”, - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов.

“Һайлауҙың легитим һәм асыҡтан-асыҡ үтеүе, халыҡтың был сараға ышаныс менән ҡарауы бик мөһим, тигән фекерҙәбеҙ. Әлеге килешеү һәм тауыш биреүгә йәмәғәт контроле ҙур әһәмиәткә эйә, ул сараны аңлайышлы һәм асыҡ итәсәк” – тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

“Беҙҙең партия бындай килешеүҙәрҙә ҡатнашыуҙан ситтә ҡалмай, сөнки йәмәғәт палаталары тәғәйенләгән күҙәтеүселәр үҙҙерен ошондай сараларҙың ғәҙел үткәрелеүенә объектив шаһит итеп танытты. Һайлауға йәмәғәт контроле илебеҙҙә яҡшы йолаға әүерелде. Һайлауҙың ғәмәлгә яраҡлы тип танылыуы бөтә партиялар өсөн дә мөһим”, - тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хаҡлыҡ өсөн” партияһының төбәк бүлексәһе Советы рәйесе Владимир Нагорный.

“РӘСӘЙ ТАЯНЫСЫ”ның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева ла килешеүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе. “Әүҙем гражданлыҡ позицияһына әйә булған күп һанлы ағзаларыбыҙ менән, килешеү ярҙамында сәйәси эшмәкәрлеккә яңынан-яңы кешеләрҙе, йәштәрҙе йәлеп итербеҙ һәм, әлбиттә, дөйөм тырышлыҡ менән һайлауҙы тағы ла ғәҙелерәк итербеҙ, тип ышанабыҙ”, - тине ул.

Күҙәтеүселәрҙе берлектә әҙерләү һәм барлыҡ сараларҙың ғәҙеллегенә контроль йәһәтенән Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары палата Аппаратына мөрәжәғәт итә ала.

Хеҙмәттәшлек нығына
Хеҙмәттәшлек нығына
Хеҙмәттәшлек нығына
Автор: Алсу Аглиуллина
Читайте нас