Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙға июль айынан бирле билдәһеҙ кешеләр шылтырата. Һалым хеҙмәте вәкилдәре, банк хеҙмәткәрҙәре, полиция тип тә таныштыралар үҙҙәрен. Һөҙөмтәлә ҡыҙ уларға өс миллион һумдан ашыу күсерә - иҫәбендә булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға, кредит рәсмиләштерә, таныштарынан да бурысҡа аҡса ала...
Ләкин мутлашыусылар бының менән генә туҡталмай. Ҡыҙға хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан эш асылыуы һәм енәйәтте асыуҙа ярҙам итергә кәрәклеген тураһында хәбәр итәләр. Һөҙөмтәлә ҡыҙ микрозаймдар биреү офисына инеп, ҡорал ярҙамында ҡурҡытыу юлы менән аҡса алырға йыйына. Шулай итеп, ҡыҙ аҡсаһынан ғына ҡолаҡ ҡаҡмаған, хәҙер уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.