Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Август 2025, 12:30

Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтлеләр

Луганск Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының 7-се мәктәбендә булды, унда беҙҙең республика ярҙамы менән капиталь ремонт үткәрелә.

Башҡортостан етәкселегенә  рәхмәтлеләр
Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтлеләр

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эш 2022 йылда башланды. Утҡа тотоуҙан зыян күргән уҡыу йортонда бер нисә этапта ҡыйыҡ, тәҙрәләр, ишектәр, эске биҙәүестәр, иҙәндәр, инеү төркөмө, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация инженер селтәрҙәре яңыртыла. 2025 йылдың ноябренә тиклем мәктәп ҡаҙанлығын реконструкциялауҙы, ә 2026 йылда фасадты, спорт ҡоролмаларын ремонтлауҙы һәм эргә – тирәләге территорияны төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла.

Мәктәп 600 балаға иҫәпләнгән. Икенсе сиректән бында 300-гә яҡын бала, шул иҫәптән 17 беренсе класс уҡыусыһы уҡый башларға ниәтләй. Белем көнөн һәм тәүге сиректе уҡыусылар 4-се мәктәптә үткәрә, сөнки капиталь ремонттан һуң аҙыҡ-түлек блогында ҡорамалдар һәм мебель ҡуйырға кәрәк, улар яҡын арала Луганск Халыҡ Республикаһы Хакимиәте ярҙамында ҡабул ителәсәк.

7-се Красный Луч мәктәбенең педагогик коллективы Башҡортостан етәкселегенә дуҫлыҡ, ЛНР-ҙы үҫтереүҙә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән уҡыу йылы менән ҡотланы һәм Башҡортостан төҙөүселәренә бөтә эштәрҙе билдәләнгән ваҡытта тамамларға ҡушты.

Автор: Алсу Аглиуллина
Читайте нас