Бөгөн, Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау, шул иҫәптән өҫтәмә һайлау үтә.
Төп һайлау Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләре Советтарына, Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Йоматау ауыл советы ауыл биләмәһенә тәғәйенләнгән. Бөтәһе 50 мандат. Өҫтәмә һайлау 148 муниципаль берәмектең 173 округында үтә. Бөтәһе 240 депутатты һайлайҙар.
Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса 7.00 сәғәттә эшләй башланы. Тауыш биреү 21.00 сәғәттә тамамлана.
Һайлауҙарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә 48 территориаль һайлау комиссияһы, 256 участка комиссияһы йәлеп ителгән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар тураһындағы кодексына ярашлы, 2025 йылдың 3 сентябренән 13 сентябренә тиклем урындағы һайлауҙарҙа ваҡытынан алда тауыш биреү уҙғарылды, ул һайлаусылар 2025 йылдың 14 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә тауыш бирә алмай.
Тауыш биреү барышын яҡтыртыу өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмаларының 61 редакцияһынан һәм дүрт телерадиотапшырыу ойошмаһынан 161 журналист аккредитация үткән.
Үткәрелгән һайлауҙар тураһында мәғлүмәттәр Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында “Һайлауҙар 2025” бүлегендә бар, һайлауҙар тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте БР Үҙәк һайлау комиссияһы һәм территориаль һайлау комиссиялары интернетта (сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә, телеграм-каналдарҙа) урынлаштыра. Һайлауҙар тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте онлайн-режимда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы порталында “Һайлаусылар өсөн һанлы сервистар” бүлегендә алырға мөмкин.
Фото: cikrb.ru.