Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың политологтары һәм эксперттары менән осрашты. Фекер алышыу барышында көнүҙәк сәйәси, социаль һәм иҡтисади һорауҙар күтәрелде. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан саҡырыуҙар һәм янауҙар фонында сәйәси, иҡтисади тотороҡлолоҡ күрһәтә. Әммә тынысланырға ярамай.
Бер нимәгә ҡарамай, Башҡортостан сәйәси-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлай, ә Радий Хәбиров, мәғлүмәт һөжүмдәренә һәм контрэлита мәкерҙәренә ҡарамай, республика менән ышаныслы етәкселек итеүен дауам итә. Хәбировтың идара итеү командаһы “үҫеш иҡтисады” һәм “хәрби иҡтисад” араһында уңышлы баланс тота, иҡтисадтың ыңғай үҫеш темптарын һаҡлап, бөтә социаль йөкләмәләрҙе тәьмин итеп, шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәтә. Өс сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә бик күп тема күтәрелде. Уларҙың иң мөһимдәренә туҡталайыҡ.
Бындай осрашыу даими буласаҡ
– Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрәсәкбеҙ тип һөйләшкәйнек. Сираттағыһының ваҡыты етте тип иҫәпләйем, сөнки беҙ бик еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Фекер алышырға, пландарҙы барларға, эштәр барышын аныҡларға кәрәк. Икенсенән, беҙҙең эшмәкәрлеккә һеҙҙең ҡарашығыҙҙы ишеткем килә. Бәлки, йомшаҡ, көсәйтергә кәрәк яҡтар барҙыр, бәлки, киреһенсә, беҙҙең уңышлы тәжрибәне таратыу шарттыр, – тип башланы осрашыуҙы Радий Фәрит улы.
Ҙур фекер алышыу алдынан ул ҡайһы бер мөһим мәсьәләләргә айырым туҡталды.
– Бөгөн барыбыҙҙың да төп бурысы – махсус хәрби операцияға булышлыҡ ҡылыу. Быны бөтәһе лә аңлай һәм яугирҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, илдең оборона һәләтлелеген үҫтереү йәһәтенән барлыҡ бурыстарҙы ла теүәл үтәйбеҙ. Яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса башҡа төбәктәрҙә булмаған сараларҙы күрәбеҙ, беҙҙә улар – 54. Бында ҙур ғына сығымдар булыуын да аңларға кәрәк. Ләкин был беҙҙең төп бурыс һәм ул үтәләсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан киләһе һайлауҙарға әҙер
Политологтар менән осрашыу барышында Радий Хәбиров берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһаны.
– Дөйөм алғанда, күп төбәктәрҙә тауыш биреү референдум характерында булды.Граждандар, ғәмәлдә, Президентыбыҙҙыңсәйәсәтенхупланы, ул яҡлаған бөтә кандидаттарҙы төбәк етәкселәре вазифаларына һайланы.Берҙәм тауыш биреү көнөРәсәй йәмғиәтенеңилебеҙПрезидентытирәләйтупланыуын тағыбер тапҡырраҫланы, – тине Радий Хәбиров.
Быйыл берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостанда бер нисә муниципалитетта һайлауҙар үтте. Бөтәһе 239 депутат мандаты алмаштырылды. Шуныһы мөһим, депутат булып 13 махсус хәрби операция ветераны һайланды. Һайлауҙар йәнә Башҡортостандың “Берҙәм Рәсәй”ҙең тотороҡло электораль өҫтөнлөк итеү биләмәһе булып ҡалыуын күрһәтте. Республика һайлаусыларының күпселеге власть партияһынан кандидаттарға өҫтөнлөк бирә. Был партияның йәмғиәт мәнфәғәтендәге эшмәкәрлеге һайлаусылар тарафынан юғары баһалана тигәнде аңлата.
– Хәҙер беҙҙе 2026 йылғы Дума кампанияһына етди әҙерлек көтә. Бөтәһе лә Башҡортостандың ЦИПСО һәм башҡа дошман структураларының иғтибар үҙәгендә буласағын аңлай, тип уйлайым. Шуға күрә беҙгә хәҙер үк һайлауҙарҙы дискредитациялауға һәм республикалағы социаль-сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырыуға тырышыуға ҡаршы тороу механизмдарын әҙерләргә кәрәк. Нигеҙҙә, беҙ ниндәй йүнәлештәр буйынса һәм ниндәй каналдар аша “ҡаршы” эштәр алып барыласағын беләбеҙ. Һәм бында мин һеҙҙең ярҙамығыҙға өмөтләнәм. Халыҡҡа профессиональ һәм ышаныслы итеп республикала, илдә барған күренештәрҙең, ваҡиғаларҙың асылын еткерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Һаҡсыл иҡтисад тураһында
Радий Хәбиров икенсе төп бурысты иҡтисадты үҫтереү һәм уның тотороҡлолоғон тәьмин итеү тип билдәләне. Башҡортостаняугирҙәргә ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәй.Әммә бының өсөн ресурстар кәрәклеген аңлайбыҙ.Ә ресурстар – ул, тәү сиратта, иҡтисад торошо.
Әлеге ваҡытта, эксперттарҙың баһаһы буйынса, хәл бик күп аспектлы. Башҡортостан продукцияһын һатыу өсөн көнбайыш баҙары маржиналь булғанлығын иҫәптә тотһаҡ, унан китеү билдәле бер ҡатмарлылыҡтар тыуҙыра.
– Беҙ башҡа баҙарҙар таптыҡ, әммә логистика, иҫәп-хисап формаһы, партнерҙарҙың үҙ-үҙен тотошо ҡатмарлыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе, килешеүҙәрҙе тамырынан өҙөү юҡ. Шуға предприятиеларҙың заказдары бар. Беҙҙә ҙур предприятиелар, федераль корпорациялар эшләй. Бурысыбыҙ – был процестарҙың дауам итеүе өсөн шарттар булдырыу. Бюджет үҫеше тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, ул беҙҙә үҫә, әммә сығымдарыбыҙ кеүек тиҙ темп менән түгел. Был төбәккә йөкмәтелгән өҫтәмә бурыстар менән бәйле. Шуға күрә беҙ хәҙер бюджетты ҡулайлаштырыу һәм һаҡсыл иҡтисад форматына күсеү буйынса саралар күрәбеҙ. Махсус хәрби операция барған шарттарҙа был аҙымда ғәҙәти булмаған бер нәмә лә күрмәйем, – тине Радий Хәбиров.
Әммә “һаҡсыл иҡтисад” термины “барыһын да ҡыҫҡартыу” тигәнде аңлатмай. Һүҙ – үҙгәртеп ҡороу тураһында. Мәҫәлән, республика Башлығы һүҙҙәренсә, агросәнәғәт комплексы “һығылмалыраҡ” эшләй башланы: аграрийҙар баҙар ихтыяждарына һәм тәбиғәт үҙенсәлектәренә ҡарап сәсеү структураһын үҙгәртә, индустриялаштырыу менән шөғөлләнә, хатта фермаларға ла заманса технологиялар индерелә. Сәнәғәт өлкәһендә лә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу алымдары әүҙем ҡулланыла. Бөгөн төбәктең 200-ҙән ашыу предприятиеһы ошо программа буйынса эшләй һәм реаль һөҙөмтә алды.
Нисек кенә парадоксаль кеүек тойолмаһын, сығымдарҙы ҡулайлаштырыу, шартлы рәүештә әйткәндә, “инвестиция сығымдары” иҫәбенә лә мөмкин. Мәҫәлән, Өфөнө төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индереү миҫалында әйткәндә, парктар, тротуарҙар, фасадтар һәм башҡалар төҙөкләндерелә.
– Тәртип урынлаштырыу менән, был биләмәнең бизнес йәлеп итеүсәнлеге арта. Үтеп йөрөүсәнлек арта, күп кеше булған зоналарҙа кафелар, ял итеү урындары, магазиндар, башҡа объекттар асыла. Әле Октябрь революцияһы урамындағы йәйәүлеләр зонаһын тәртипкә килтерәбеҙ, йорттарҙы һатып алыу маҡсатында инвесторҙар мөрәжәғәт итә башланы ла инде. Шуға күрә төҙөкләндереүгә аҡса һалырға кәрәк, – тип иҫәпләй республика етәксеһе.
Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа ҡайһы бер позициялар буйынса сығымдарҙы ҡулайлаштырмауҙан ҡотолоп булмай. Әммә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, был социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә ҡағылмай.
– Иҡтисадта тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса көрәш шарттарында эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу айырыуса әһәмиәтле була. Иң ҙурҙарҙың береһе – Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын эшкәртеү. Бында күп һанлы манипуляциялар, алдашыу һәм халыҡты асыҡтан-асыҡ ҡурҡытыу менән осрашырға тура килде. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектына ҡаршы килеүселәр тап ошондай юлға сыҡты. Компанияның Әбйәлил районында баҡыр мәғдәндәрен өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға федераль лицензияһы бар. Әгәр запастар раҫланһа, компания районда бөтә экологик талаптарға ярашлы яңы технологиялар буйынса тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөйәсәк. Инвестициялар күләме 40 миллиард һум тәшкил итәсәк. 1,5 мең юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урыны булдырыласаҡ. Әммә был проектты башлар өсөн беҙ ятҡылыҡты эшкәртеүгә ҡаршы бығаса булмаған мәғлүмәт кампанияһына юлыҡтыҡ. Эшкә халыҡтың башын бутау һәм ҡурҡытыуҙың бөтә алымдары – себер түләмәһе, унан һәләк булған мал ҡәберлектәренән алып ядро ҡалдыҡтарын күмеүгә тиклем барып етте. Урындағы тәбиғәтте юҡ итеү һәм Яҡтыкүлде бысратыу кеүектәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хәлде төҙәтеү буйынса ҙур эш башҡарылды. Диалогка баҫым яһалды, беҙ мәғлүмәти ҡаршылыҡты еңдек. Дөйөм алғанда, һеҙ, моғайын, быйыл Башҡортостанда бер генә урам протесы ла булмауын күргәнһегеҙҙер, – тине Радий Хәбиров.
Социаль йөкләмәләр теүәл үтәләсәк
Радий Хәбиров аралашыу барышында эш хаҡы, пенсиялар, льготалар, пособиелар, стипендиялар һәм башҡа түләүҙәр һаҡланасағына баҫым яһаны. Шулай уҡ, мәҫәлән, Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу сиктәрендә поликлиникалар йәки райондарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башланған башҡа объекттар төҙөү дауам итәсәк.
– Төп бурыс – социаль йөкләмәләрҙе үтәү. Беҙҙә улар байтаҡ. Әммә барыһын да мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ. Быға шик юҡ, – тине республика етәксеһе. — Шулай уҡ беҙҙең бурыс – әле төҙөлөштөң төрлө стадияларында булған объекттарҙы тамамлау. Хәҙер милли проекттар, федераль бюджет сиктәрендә финансланған бөтә программалар менән эшләүгә иҫәп тотабыҙ.
Сығымдарға әйләнеп ҡайтһаҡ, күмәк кеше ҡатнашлығындағы ниндәйҙер мәҙәни сараларҙы финанслауҙың кәмеүен көтөргә кәрәк. Әммә был өс айҙан етәсәк төп байрамға – Яңы йылға ҡағылмай.
– Кешеләр ҡайһы берҙә: "Ни өсөн һеҙ Яңы йыл сараларына шул тиклем күп аҡса сарыф итәһегеҙ?" – тип һорай. Мин, Яңы йыл һеҙҙең өсөн түгел, ул балалар өсөн, тип әйтәм. Хатта һуғыш йылдарында ла шыршылар биҙәлгән. Балаларҙың бала сағы булырға тейеш, хатта һуғыш барғанда ла, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Саҡырыуҙар һәм янауҙар ҡурҡытмай
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төрлө провокациялар, даими рәүештә республика Башлығы адресына ялған мәғлүмәт ташлауҙар, контрэлиталар һәм оппозицияның республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырыу буйынса эшмәкәрлеге тураһында ентекле һөйләште.
Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов билдәләүенсә, уларҙың үҙәге хәлде даими тикшерә, объектив баһалау өсөн социологик үлсәүҙәр яһай. Һуңғы ваҡытта бер нисә тенденция күҙәтелә:
– Башҡортостан Башлығының рейтингы, республика эсендә һәм унан ситтә барған төрлө ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, тотороҡло, тип әйтергә теләйем. Әле беҙ республиканан ситтә һәм уның үҙендә протест көн тәртибе буйынса эшләгән деструктив көстәрҙе туплау тенденцияһы формалашыуын күҙәтәбеҙ. Бының менән тышҡы һәм эске акторҙар әүҙем шөғөлләнә, – тине Марат Мәрҙәнов.
Әлеге ваҡытта йәмғиәтте тотороҡһоҙландырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланыла: оппозиция киң мәғлүмәт саралары аша ялған мәғлүмәт таратыуҙар, фейк, дезинформация һәм башҡа күп нәмәләр. Мәҫәлән, быйыл дәүләт милкендәге предприятиеларға ҡарата агрессив мәғлүмәт һөжүмдәре күп булды. Атап әйткәндә, “Башкиравтодор” һәм “Башспирт”ҡа. Эксперттар менән аралашыу барышында төбәк Башлығы хәлде асыҡланы. Уның һүҙҙәренсә, “Башкиравтодор” осрағында аныҡ рейдерлыҡ баҫып алыу ынтылышы булған.
– “Башкиравтодор”ға килгәндә, был хәл ҡырағай тәбиғәттәге кеүек – сатан ҡоралайға йыртҡыстар ташланыуына тиң. Мин вазифаға килгән саҡта уҡ унда проблемалар бар ине, бурыстары күренә башлағайны. Нимә эшләргә мөмкин ине? Мәҫәлән, приватизацияларға, һатырға, әйҙә, юл төҙөлөшө проблемалары баҙарҙа хәл ителһен, тип ҡуйырға була ине. Ләкин ҡатмарлы климатлы республикала юл төҙөүсе дәүләт компанияһыҙ ҡалыу мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ ярҙам итергә булдыҡ. “Башкиравтодор” көрсөктән сығыу юлдарын эҙләй, заказдар ала һәм уларҙы үтәй башланы. Ләкин бер мәлдә арбитраж идарасыһы килеп сыҡты ла судҡа бирҙе, ә суд, бер кемде лә иҫкәртеп тә тормай, конкурс производствоһы тураһында ҡарар сығарҙы. Ә был активтарҙы һатыу, шул уҡ мәлдә эште туҡтатыу тигән һүҙ. Бының рейдер һөжүме икәне аңлашылып тора, беҙ берләштек, көс тупланыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ. Бында федераль именлек хеҙмәте һәм республика прокуратураһы бик ҙур ярҙам күрһәтте, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыубарышында республика етәксеһе үҙенең контрэлиталары тип иҫәпләгән сәйәси төркөмдәргә айырым туҡтаны.Уларғаул милләтселәрҙе, шулай уҡ Мортаза Рәхимов заманында юғары вазифа биләгән, әммә хәҙер властан ситләшкән кешеләрҙе индерә.Бынантыш, был исемлеккә Башҡортостанда коммерция ҡыҙыҡһыныуҙары булған федераль масштабтағы фигуралар ҙа инә.
– Улар төрлө масштаблы һәм төрлө сәйәси, финанс мөмкинлектәре булған төркөмдәр. Әммә барыһы ла төрлө яҡтан миңә һөжүм итә. Бында ғәҙәти булмаған бер нәмә лә юҡ – теләһә ниндәй төбәкте алығыҙ, уларҙа ла шул уҡ хәл, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә Рәхимов режимынан, ул ваҡыттағы бөтә кире эҙемтәләре менән, яңы шарттарға күсеү бик ауыр булды. Был эҙемтәләр ижтимағи-сәйәси хәлгә һаман да йоғонто яһай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ властың төбәк вертикален булдыра һәм республиканың сәйәси системаһын федераль үҙәктең күрһәтмәләрен һөҙөмтәле үтәү өсөн көйләй алдыҡ, тип иҫәпләйем.
Бер кемдә лә иллюзиялар булырға тейеш түгел, тип иҫәпләй эксперттар. Республиканан ситтә һәм уның эсендә протест көн тәртибендә эшләгән деструктив акторҙар бар. Һәр негатив мәғлүмәт сәбәбен тәнҡит күҙлегенән аңларға кәрәк: ни өсөн был мәғлүмәт барлыҡҡа килгән, ул нимә тураһында һөйләй, кемгә файҙалы, ниндәй маҡсаттар менән таратыла. Әле, мәҫәлән, йылытыу миҙгеле алдынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы эшен сәйәсиләштереүгә ынтылыштар барлыҡҡа килде. Ләкин, республика етәксеһе эксперттарға аңлатыуынса, Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының аварияны бөтөрөү һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтингы бар, һәм Башҡортостан иң яҡшы өс төбәк иҫәбенә инә. Йәғни, тиҙ, оператив, һөҙөмтәле эшләй.
Яугирҙәр, ветерандар – иғтибар үҙәгендә
Республикала Рәсәй Президентының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы власть органдарына йәлеп итеү буйынса йөкләмәһе әүҙем тормошҡа ашырыла.Башҡортостандафронттан ҡайтҡан 60 хәрби хәрәкәттәр ветеран депутат булып һайланды ла инде. Әле МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәр идара итеү командалары, парламент структуралары, вәкиллекле структуралар, муниципалитеттар составына инә.Һәм уларҙың тәжрибәһен күппроцестарҙабикһөҙөмтәлефайҙаланырғамөмкин.Тап шуғакүрә республикала“Башҡортостан геройҙары” программаһы эшләй башланы.
– Беҙҙә “Башҡортостан геройҙары”, ветерандарҙы эшкә урынлашыу программалары бар. Һәр ҡала-районда МХО ветерандары ассоциацияһы булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙы бөгөн системаға берләштерергә, идарасы булараҡ өйрәтергә кәрәк. Белемдәре күберәк булған һайын, яуаплылығы ла юғарыраҡ буласаҡ.
Киләсәк тураһында
Бөгөнгөнөанализлағанда, һәр ваҡыт киләсәк тураһында уйлайһың.Башҡортостан Башлығының республиканың эксперт берләшмәһе менән осрашыуы барышында ла ошондай һығымта яһалды.Сөнкиһөйләшеүҙеңтөрлөйүнәлештәребер тәңгәлдә бер-береһенә тап килә – йәштәр менән эшләү.
– Беҙҙә бынамын тигән кампус бар, һеҙҙең унда йәштәр менән осрашыуығыҙҙы теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров эксперттарға. – Һеҙ, ғөмүмән, иғтибар иткәнһегеҙҙер: мин йәштәргә бик күп ваҡыт бүләм. Айына өс тапҡыр улар менән осрашам, мәҫәлән, даими рәүештә “Патриот” паркында. Минеңсә, йәштәр менән эшләргә кәрәк, һәм бер нисә йылдан беҙ яңы яҡшы идарасыларға эйә буласаҡбыҙ. Улар бөтә процестарҙы, беҙҙең ғәмәлдәрҙең характерын, мәғәнәләрен һәм башҡаларҙы аңлаясаҡ.
Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе:
– Республика Башлығының эксперттар менән осрашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Айырыуса әлеге ваҡытта, сөнки политологтар, гуманитар фәндәр өлкәһендә эшләгән ғалимдар бик мөһим эш башҡара. Тәү сиратта был беҙҙең менталитет, идеология менән бәйле. Һөйләшеү башлыса ошо турала барҙы. Беҙҙе борсоған бик күп һорауҙар күтәрелде. Күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштереү мәсьәләһе мөһим ине, шулай уҡ Салауат Юлаев тураһында күп һорау бирелде. Уны позициялауҙы яҡшыртыу, федераль кимәлдә танылыуын киңәйтеү өсөн төрлө аҙымдар тәҡдим иттек. Радий Хәбиров уларҙы ҡабул итте. Бындай осрашыу икенсе тапҡыр үтте. Көнүҙәклек юғалмай, шуға күрә улар дауам итер тип уйлайым. Башҡортостан көслө ғалимдар, интеллигенция менән билдәле, улар менән күрешеп һөйләшеү мөһим һәм кәрәкле.
Тимур ВӘЛИТОВ, политолог:
– Политологтарҙың, эксперт берләшмәһенең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙары системалы әһәмиәткә эйә була бара. Осрашыуҙа йәмәғәтселектә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған байтаҡ һорау күтәрелде һәм уларға асыҡтан-асыҡ яуаптар алынды. Был республика етәксеһенең идара итеү аппаратын дискредитациялау маҡсатында мәғлүмәти һөжүм шарттарында йәмғиәт алдында асыҡ булыуын күрһәтә. Шулай уҡ Радий Хәбиров үҙенең контрэлиталары тип иҫәпләгән кешеләрҙең социаль портретын асты, был эксперт берләшмәһенә республика халҡына барған ваҡиғаларҙы анығыраҡ аңлата алыу мөмкинлеге бирә. Минеңсә, бындай осрашыу властың һәм йәмғиәттең дөйөм коммуникация киңлеген формалаштырыу, үҙ-ара мәғлүмәт алмашыу өсөн кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.