Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Октябрь 2025, 18:30

Данияр Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде

Ул төбәк етәксеһенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Данияр Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде
Данияр Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Данияр Абдрахманов төбәк етәксеһенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы 1980 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Рәсәй дәүләт социаль университетында, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһында һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерлек үткән. Философия фәндәре кандидаты, доцент.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда “Өфөводоканал” предприятиеһында башлай.

2004 – 2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы.

2007 йылдан 2016 йылға тиклем - Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы доценты.

2005 – 2016 йылдарҙа - Башҡортостан Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәгендә ғилми секретарь, директор урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы.

2016 йылдан 2019 йылға тиклем М. Аҡмулла исемендәге университеттың рухи именлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры була.

2019 – 2021 йылдарҙа Татарстан Республикаһындағы Болғар ислам академияһы ректоры булып эшләй.

2021 – 2025 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас