Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Октябрь 2025, 18:15

Яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде

Денис Ғәниевкә ышаныс белдерелде.

Яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде
Яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде.

Ғәниев Денис Таһир улы 1982 йылдың 24 сентябрендә Нефтекама ҡалаһында тыуған. Нефтекама машиналар эшләү техникумын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда “Нефтекама автозаводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Бригантина” балалар һауыҡтырыу лагерында башлай.

2007 – 2009 йылдарҙа – “Триал” радиокомпанияһы копирайтеры, 2009 – 2010 йылдарҙа – “Бригантина” балалар лагеры етәксеһе.

2010 йылда Нефтекама ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең төп белгесе була.

2011 йылдан 2022 йылға тиклем коммерция ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләй.

2022 – 2025 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

 

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас