Күптән түгел уҙған Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимде хуплауын белдерҙе. Был башланғысты беҙҙең республикала ла хуплап ҡаршы алдылар. Ошо хаҡта фекерҙәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов уртаҡлашты.
– Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың уникаль күп төрлөлөгөн һаҡлау – ул беҙҙең стратегик өҫтөнлөгөбөҙ. Заман ниндәй генә яңы һынауҙар ҡуймаһын һәм ҡатмарлы саҡырыуҙар ташламаһын, беҙ уларға берҙәмлегебеҙ, ауыр саҡта туплана белеүебеҙ менән лайыҡлы яуап бирә киләбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: был берҙәмлекте бер кем дә көсләп таҡмай, ул халыҡтың үҙенән килә, йәғни дуҫлыҡ, татыулыҡ, кәрәк саҡта бер-береңә иңеңде ҡуйыу тойғоһо аңыбыҙға ла, ҡаныбыҙға ла һенгән.
Күп милләтлелек – ул бөгөнгө цивилизациялы Рәсәйҙең йөҙө. Шуға күрә илебеҙ халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен, мәҙәниәттәрен һәм телдәрен һаҡлау дәүләтебеҙ өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Әле бына ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө булдырылды. Был да мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға. Әйтергә кәрәк, беҙҙең республикала был йәһәттән маҡсатлы эштәр бер нисә йыл дауамында эҙмә-эҙлекле алып барыла. Мәҫәлән, төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, 2019 йылдан алып 14 декабрҙә – бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла тыуған көндә – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн байрам ғына түгел. Беҙ республикабыҙҙа туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ниндәй һөҙөмтәле эштәр башҡарылыуын барлайбыҙ. Балалар, үҫмерҙәр даирәһендә, башҡа йүнәлештәрҙә тағы нимәләр эшләргә кәрәклекте билдәләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа тел мөхитен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙың, мәҫәлән, онлайн, офлайн, өҫтәл уйындарының, һәр төрлө ҡушымталарҙың бик һәйбәт эшләп китеүен күрҙек. Бынан тыш та бихисап миҫалдар килтереп үтергә булыр ине. Ғөмүмән, был йүнәлештә Башҡортостан етәкселеге, шул иҫәптән беҙҙең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алып барған эштәр Рәсәй дәүләтенең стратегия өҫтөнлөктәренә тулыһынса тап килә, – тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы.
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!