

Башҡортостанда яңы юғары дүләт наградаһы булдырылды. Ул – “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” тип атала. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы. Ул махсус хәрби операцияла еңеүҙе үҙенең хеҙмәте һәм фиҙакәрлеге менән яҡынайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм граждандарҙың ҡаҙаныштарын таныу билдәһе буласаҡ.
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекле, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлектә, шулай уҡ гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ярҙам күрһәткән граждандарҙың ҡаҙаныштарын таныу билдәһе буласаҡ. Миҙал менән шулай уҡ махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы башҡарғаны һәм уны үткәреү зонаһында бурыстарҙы туранан-тура үтәгәне өсөн граждандар бүләкләнәсәк.
Яңы награданы булдырыу республика халҡының гражданлыҡ яуаплылығының, йәмәғәт хеҙмәтенең, шәхси батырлығының һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеүҙең дөйөм эшенә индергән өлөшөнөң айырыуса әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ҡарар дөйөм эштән ситтә ҡалмағандарға, кешеләргә ярҙам иткәндәргә, фиҙакәрлек, рух көсө һәм бурысына тоғролоҡ күрһәткәндәргә рәхмәт белдереү булып тора.
Миҙалды Башҡортостан Башлығы йәки уның ҡушыуы буйынса башҡа вазифалы кешеләр тапшырасаҡ. Башҡортостандың дәүләт наградалары иерархияһында ул генерал Шайморатов миҙалынан түбәнерәк һәм “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалынан юғарыраҡ торған награда булараҡ билдәләнгән.
Миҙал ниндәй?
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы нейзильберҙан эшләнгән, ике яҡ сите ҡабарынҡы, диаметры 33 миллиметрлыҡ түңәрәк формаһында. Миҙалдың алғы яғында уртала ҡабарынҡы яҙыу урынлаштырылған: ОТ БЛАГОДАРНОГО НАРОДА БАШКОРТОСТАНА – СВО; яҙыу аҫта Георгий таҫмаһы менән үрелгән имән һәм лавр ботаҡтарының ҡабарынҡы һүрәте менән уратып алынған.
Артҡы яғында аҫта ҡындан алынған ҡылыстың ҡабарынҡы һүрәте, уның өҫтөндә - миҙалдың иҫәп һаны. Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып һоро төҫтәге ебәк муар таҫма менән уратылған, уртаһында йәшел вертикаль һыҙат бар. Уң яҡта һоро төҫтәге таҫма ике зәңгәр төҫтәге һыҙат менән уратып алынған.
Миҙалды әҙерләү проектының авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Рәмил Рәхимов яңы награданың әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул белдереүенсә, яңы дәүләт наградаһы дөйөм еңеү өсөн хеҙмәт иткән, эшләгән һәм үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған һәр кемгә Башҡортостан халҡының рәхмәт символына әүереләсәк.
– Яңы миҙал булдырыу логик рәүештә республиканың махсус хәрби операция һәм хәрби тематика менән бәйле наградаларының тулы комплектын булдырыуҙы тамамлай. Беҙҙә генерал Шайморатов ордены һәм генерал Шайморатов миҙалы бар, улар конкрет хәрби ҡаҙаныштар, ҡаһарманлыҡ һәм шәхси батырлыҡ өсөн тапшырыла. Ә яңы “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы хәрби хәрәкәттәр барышында айырылып торған хәрбиҙәр өсөн генә түгел, ә фронт һәм тылға ярҙам итеүгә өлөш индергән республика халҡы өсөн дә тәғәйенләнгән. Улар - ирекмәндәр ҙә, гуманитар йөктәрҙе оҙатып йөрөүселәр ҙә, шул иҫәптән автобус водителдәре һәм ярҙам килтереүҙә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ҙур йөк машиналары водителдәре лә. Был категорияға Донбассты тергеҙеү һәм тылға ярҙам итеү өсөн ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән юл төҙөүселәр, табиптар һәм уҡытыусылар ҙа инә.
Миҙалдың Георгий таҫмаһы, имән-лавр тажы кеүек элементтары Рәсәй һәм республика наградалар системаһы традициялары менән бәйләнеште билдәләй.
Шуныһы мөһим, миҙалдың иҫәп һаны буласаҡ, был уға юбилейлы түгел, ә конкрет награда статусын бирә. Был яҡшы кешеләрҙе билдәләргә һәм уларҙың МХО маҡсаттарына өлгәшеүгә индергән өлөшөнөң әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Рәмил Рәхимов.