

Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев ҡунаҡтар менән ихлас күреште. Сығышында ул өс йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. 1905 йылда Дәүләт Думаһы ойошторолғандан һуң император Николай II 1906 йылдың 20 февралендәге манифесы менән Александр I тарафынан булдырылған Дәүләт Советын үҙгәртеп ҡора, уға закондар сығарыу вәкәләттәрен бирә. Рәсәйҙә беренсе Дәүләт Думаһы, функциональ рәүештә парламенттың түбәнге палатаһы, үҙ эшен 1906 йылдың 27 апрелендә (10 майҙа) башлай. 2012 йылдан был дата Рәсәй парламентаризмы көнө тип билдәләнә. Рәсәй парламентаризмы бөгөн Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында нығытылған властың вәкиллекле һәм закондар сығарыу органдары системаһы булып тора. Уның төп институты — Федераль Йыйылыш, ул ике палатанан тора: Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы. Башҡортостан Республикаһы Конституция Советы – Башҡортостан Республикаһының даими эшләүсе дәүләт органы. Ул Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы закондарҙы ҡулланыуҙы көйләүҙе тәьмин итә, Башҡортостанда Конституцияны туранан-тура ҡулланыу, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын нығытыу буйынса эшмәкәрлек алып бара. Башҡортостан Республикаһы Конституция советы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағында эшләп килә. “Советтың булдырылыуы бигерәк тә республика Башлығы Радий Хабировтың һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың юридик белемле булыуҙары, төптән уйлап эш итеүҙәре ҙур роль уйнаны”, – тип билдәләне рәйес. Хәйҙәр Арыҫлан улы 2023 йылдың 1 ғинуарынан башланған советтың эшмәкәрлеге мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлектән башланыуы хаҡында әйтте. Конституция советының төп маҡсаттары һәм вәкәләттәре, ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була? Халыҡҡа ошо хаҡта еткереү мөһим икәнлеген улар яҡшы аңлай.
Артабан Хәйҙәр Вәлиев ғилми дәрәжәле, суд системаһы менән яҡшы таныш булған спикерҙар менән таныштырҙы. Конституция советы Рәйесе урынбаҫары Владимир Михайлович Крылов, Конституция советы секретары Светлана Борисовна Сафина һәм Конституция советы ағзаһы Светлана Сергеевна Касьянова билдәләнгән йүнәлештәрҙә өҙлөкһөҙ эш алып бара. Беренсенән, ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тарафынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим ителгән Башҡортостан Республикаһы закондары проекттарының, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың норматив хоҡуҡи акттар проекттарының Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы булыуы тураһында үҙ һығымтаһын сығара. Икенсенән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына аңлатма биреү проектын әҙерләй. Өсөнсөнән, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу тураһында ялыуҙарға Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи һәм муниципаль норматив хоҡуҡи акттарының Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы булыу-булмауы тураһында яуап бирә. Дүртенсенән, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына мониторинг һөҙөмтәләрен еткерә. Бишенсенән, закондар сығарыу башланғысында тора (закондар сығарыу башланғысы хоҡуғын тормошҡа ашыра). Алтынсынан, халыҡ араһында конституцион ҡиммәттәрҙе пропагандалай. Етенсенән, Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы башҡа вәкәләттәрен тормошҡа ашыра.
– Совет контроль булараҡ ҡына түгел, ә субъекттың вәкәләтле конституцион хоҡуҡ өлкәһендәге эксперт органы булараҡ та ойошторола, Республика Башлығы закон ҡабул итеү процесында абруйлы, компетентлы фекер әйтеүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт итә. Баштан уҡ контроль вәкәләттәребеҙгә баҫым яһамай, үҙебеҙҙе тикшереүсе орган булараҡ күрһәттек. Эшмәкәрлегебеҙҙә дәүләт, муниципаль власть органдарына конституцион законлылыҡты тәьмин итеүҙә хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтеү, закондар сығарыу процесын камиллаштырыуҙа ярҙам итеү төп йүнәлеш булды. Беҙҙең өсөн бөтә граждандарҙың хоҡуҡтарының яҡланыуы һәм хоҡуҡи йәмғиәттең формалашыуы мөһим. Шуға ла баштан уҡ халыҡ менән яҡындан аралаштыҡ, уларҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен тыңланыҡ, граждандарҙың беҙгә килеүен кабинет режимында көтөп ултырманыҡ. Совет хаҡында белеп ҡалғас, беҙгә төрлө яҡлап ялыуҙар килә башланы. Мәҫәлән, 2023 йылдың мартында Салауат ҡалаһынан мөрәжәғәт иттеләр. Улар суд ҡарары үтәлмәүенә зарландылар. Әлбиттә, был һорау беҙгә туранан-тура ҡағылмаһа ла, нисек хәл итергә, кемгә мөрәжәғәт итергә юлдарын өйрәтеп ебәрҙек. Меләүездән дә дәғүә менән мөрәжәғәт иттеләр. Беҙ мәсьәләне нисек хәл итергә йүнәлеш биреп ебәрҙек. Үҙебеҙҙең вәкәләттәребеҙҙе аңлаттыҡ. Закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғыбыҙҙы файҙаланып, Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡи мәғлүмәт һәм хоҡуҡи белем биреү тураһында закон проектын тәҡдим иттек. Ул халыҡты хоҡуҡи белем биреү һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса эште системаға һалырға, көйләргә тейеш. Киң мәғлүмәт саралары һәм дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хоҡуҡи темаларға спикерҙар етешмәүе тураһында һөйләне. Беҙ тәҡдим иткән Закон 2025 йылдың июнь айынан ғәмәлдә. Өфөлә үткән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәренең XXV Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының был законды ҡабул итеүе һәм уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән ыңғай тәжрибәһен билдәләне, – тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Бөтә йүнәлештәр буйынса ла ентекле эш алып барылыуы хаҡында ентекле сығыштар тыңлағандан һуң, журналистар спикерҙарға һорауҙар бирҙе һәм ҡәнәғәтләндерерлек яуаптар алды. Конституция советы Рәйесе Хәйҙәр Вәлиев осрашыуҙа ҡатнашыусыларға “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы” тексы баҫылған китапсыҡты бүләк итте. “Һәр кем уны яҡшы белергә, тормошонда ҡулланырға хоҡуҡлы. Беҙ шуны һәр кемгә еткерергә бурыслыбыҙ”, – тине ул.
Конституция советының эшмәкәрлеге тәрән һәм күп яҡлы. Уларҙың халыҡҡа яҡын булырға теләүҙәре, закондарҙың үтәлеүен күҙәтеүҙәре, яңыларын ҡабул итеүгә булышлыҡ итеүҙәре, һис шикһеҙ, матбуғат биттәрендә киң урын алырға, халыҡҡа еткерелеп торорға тейеш. Бергә эшләгәндә генә йәмғиәтебеҙ көслө, ҡеүәтле, белемле булыр.