

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһына Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы тураһында интервью бирҙе. Унда ул эштәрҙең барышы хаҡында һөйләне һәм монументты тергеҙеү варианттарын билдәләне.
Быға ҡарата үҙ фекерен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы Юлдаш ЙОСОПОВ уртаҡлашты.
– Үҙем шәхсән рәүештә Салауат Юлаевтың һәйкәлен яҡындан күрҙем, тотоп ҡараным, ысынбарлыҡта ул бик насар хәлдә. Был - беҙҙең башҡорт халҡы, Башҡортостан өсөн ҡыҙғаныс күренеш. Һәйкәлдең ошондай хәлгә етеүе йөҙөбөҙҙө ҡыҙартҡан хәл, шуның өсөн уны реставрациялау бик мөһим, беҙ быға ҡуш ҡуллап ризабыҙ.
Мин Радий Хәбировтың Салауат Юлаев һәйкәле буйынса позицияһын тулыһынса хуплайым. Шул тиклем яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәк. Әлбиттә, уны яңыртыр кәрәк, һәм Аллаһ бирһә 2027 йылда төҙөк һәйкәлде урынында күрербеҙ. Әлегә эштәрҙең тамамланыуын көтәбеҙ һәм уның уңышлы булырына ышанабыҙ, – тине ул.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат хеҙмәте.