Кушнаренко үҙәк китапханаһының уҡыу залында талантлы шағирә һәм журналистика өлкәһендә егелеп эшләп хаҡлы ялға киткән ҡәләм эйәһе Фәндиҙә Харрасованың 70 йәшлек юбилейына һәм "Йәшәү ҡағиҙәһе" китабының донъя күреүенә арналған ижад кисәһе үтте.
Байрамы менән ҡотлап, Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Александр Юрьевич Десяткин уға район хакимиәтенең "Маҡтау ҡағыҙы"н тапшырҙы. Урындағы Милли мәҙәни-автономия етәксеһе Дамир Фәнуз улы Ғилманов, райондың шәрәфле ағзаһы Фәйләс Кәшфи улы Муллағәлиев яҙыусының ижадын һәм әҙәби эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Фәндиҙә Туҡтарғәле ҡыҙы республикабыҙҙа татар телендә сыҡҡан "Өмет", "Кызыл таң", "Толпар" баҫмаларында эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Фәнисә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова, "Сәрмәсән таңдары" әҙәби берләшмәһе ағзаһы Фәндиҙә ханыма бағышлаған шиғри юлдарын уҡып ирештерҙе.
-Иман - ул беззең йәшәү ҡағиҙәһе. Тыуған илде, халҡыбыҙҙы яратыу. Шуға ла Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә баҫылған йыйынтығыма ошо исемде һайланым, - ти Фәндиҙә Харрасова.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар телле әҙиптәр берлеге рәйесе Руслан Сөләймәнов: "Фәндиҙә ханымдың тормош юлдашы Сәғиҙулла Хаби улы Хафизов - минең уҡытыусым да, беҙҙе университетта уҡытты. Ижадсыны - вулкан, тиҙәр. Ә һеҙ - Сәғит ағай менән ике вулкан. Бергә һыйышып йәшәү бик көслө мөхәббәт булғанда ғына мөмкиндер",- тип көлдөрзе. Мәғлүм булыуынса, Фәндиҙә апай байтаҡ йылдар яҙыусы, ғалим Сәғит Хафизов менән ғаилә ҡороп, Тәрәбирҙе ауылында матур итеп ергә берегеп донъя көтәләр. Уларзың баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй, тип һоҡланып һөйләнеләр кереп күргәндәр.
"Сәрмәсән таңдары" ижад берләшмәһе ағзаһы, район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Илдар Хафизов шағирәнең рухиәттәге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе:
"Фәндиҙә - йондоҙобоҙ. Райондағы әҙәби көстәрҙе ойоштороуға, йәшәтеүгә ул ҙур көс һала. Ҙур хеҙмәте - район мәктәп уҡыусылары өсөн үткәрелгән "Ҡаурый ҡәләм" бәйгеһе", - тине. Әйткәндәй, районда бәйге Фәндиҙә апай етәкселегендә 10-сы тапҡыр үтә һәм уның ойошторолоуына ла тиҫтә йыл тула. Сираттағы бәйге киләһе йылдың февралендә үтәсәк.
Ҡәләмдәшен "Сәрмәсән таңдары" берләшмәһе ағзаһы Роза Яҡупова йыр менән ҡотланы.
Нәфис һүҙ оҫтаһы Ринат Абзал улы Ҡәйүмов сәхнәгә сығыу менән зал йәнләнеп китте.Ул Зәйфә Салихованың "Шағиргә" тигән яңы ғына табанан төшкән шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Райондың тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, әҙибәне ижадҡа әйҙәп тороусы маяҡ тип атанылар.
"Өмөт" ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзаһы Илүсә Әсфәндийәрова, нәфис һүҙ оҫтаһы Рәмилә Ибраһимова, Бөтөн донъя татар конгресының Кушнаренко бүлексәһе етәксеһе Илфир Ҡотдосов, Ирек Бакиров сығышы ла шағирәнең ижадына юғары баһа булып яңғыраны. Илфир Рәйес улы шағирәгә Бөтөн донъя татар конгресының "Рәхмәт хатын" тапшырҙы.
Район китапханалар селтәре директоры, Кушнаренко ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Миңзәлә Вәлиева район китапханаларына шағирәнең яңы йыйынтығын алыуҙары хаҡында һөйөнсөләне. Рәфис Бакиев, Бүздәк егеттәре Данис Муфаззалов менән Линат Гәрәевтың матур йырҙары кисәне биҙәне.
Китапханасылар Айгөл Салимуллина менән Нурия Шаймөхәмәтова уны йәнле итеп алып барҙы.
Фәндиҙә Туҡтарғәле ҡыҙы: "Шағирҙар - һүҙ биҫтәһе түгел, уй-тойғо кешеләре",- тиһә лә, үҙе лә бик матур итеп сығыш яһаны, үҙ ижадының асылы хаҡында әйтте, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һорауҙарына төплө яуаптар бирҙе.