Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Ноябрь 2021, 13:06

Был көрәштең хаҡы юғары

Иң мөһиме – кеше ғүмере.

Күршегеҙҙә “фанфурик” һатыусылар бармы? Ә сәмәй “етештереүселәр”? Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр беҙҙең ауылда бихисап. Йәнең теләгән, дөрөҫөрәге, шайтан һораған эсемлекте табырға була. Мәҫәлән, балыҡ һатҡан киоск. Иртәнән алып кискә тиклем эшләй. Балыҡтың хаҡы ла магазиндыҡына ҡарағанда ҡыйбатыраҡ. Һатып алыусылары һирәк-мирәк кенә булһа ла, уның ябылмауына гел аптырай инем. Баҡһаң, хужабикәһе аҫтыртын эш тә алып бара икән.

 

Исемлектә балалар ҙа бар

 

Беҙҙең урамдың осонда Ҡа­ҙағстандан алып киленгән араҡы һатҡан ағай бар. Үҙәк майҙандың эргәһендәге йортта берәү сәмәй һата. Эскән кеше үҙенә ҡайҙа ла иҫерткес шыйыҡса таба аласаҡ.

Суррогат алкоголь һуңғы осорҙа бер беҙҙең ауылдың ғына түгел, тотош илдең баш бәлә­һенә әйләнде. Беренсенән, ул һаулыҡ өсөн айырыуса зыянлы булһа, икенсенән, ҡыйбатыраҡ йылтыр шешәләрҙе ҡыҫырыҡ­лап, баҙарҙы яулай бара. Мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республиканың күпселек райондарында тыйылған алкоголь продукцияһын һатыу­сыларҙы асыҡлау өсөн 700-ҙән ашыу рейд үткәрелгән. Йәмғеһе 14 000 литр сифатһыҙ алкоголь продукцияһы тартып алынған. Етешһеҙлектәрҙең күбеһе лицензияһыҙ алкоголь һатыуға һәм ялған акциз маркалары йәбештереүгә ҡайтып ҡала.

Ошондай рейдтар һөҙөмтә­һендә 3 мең 300 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тартт­ы­­рылған. Тауар әйләнешенән 70 мең литр “шайтан һыуы” тартып алынған. Ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа иһә йәшерен эш­ләгән цехтар ябылған. Ошо юҫыҡта законһыҙ эшҡыуарлыҡ, ялған акциз маркалары йәбеш­тереү һәм алкоголгә бәйле енәйәт эштәре теркәлгән.

Ялған араҡының киң таралыуы тураһында етди һөйләшеүҙәр күптән алып барыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да был мәсьәләгә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтыуы проблеманың көнүҙәк булыуы тураһында аныҡ һөйләй. Сығыштарының береһендә ил етәксеһе алкоголь баҙарында законды боҙоу осраҡтарын наркотик матдәләр таратыу һәм ҡулланыу кеүек етди ғәйепкә тиңләргә саҡырҙы. Күп тә үтмәй, был мәсьәлә менән шөғөл­ләнәсәк Хөкүмәт комиссияһы төҙөргә ҡарар ителде.

Башҡортостанда йыл башынан химик матдәләр менән ағыуланып 129 кеше үлгән. Вафат булған­дарҙың 30,6 проценты спирт продукцияһы менән ағыуланған булған. Әйткәндәй, бындай осраҡтар йышыраҡ Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡала­ларында теркәлгән. Шуныһы ҡурҡыныс: уларҙың исемлегендә 14 – 16 йәшкә тиклемге балалар ҙа бар.

 

Көрәш дауам итә

 

Был һандарға күҙ һалғандан һуң шундай һығымтаға киләһең: ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәштә ауыл советтары етәксе­ләре, участка полицияһы хеҙмәт­кәрҙәре әүҙемерәк шөғөл­ләнергә тейеш. Ә был вәкәләтле органдар әлеге мәсьәләгә нисегерәк ҡарай икән? Әле беҙҙең ауылда ғына унлаған кешенең легаль булмаған алкоголь һатыуын белеп, ауыл советы етәксеһенә лә, участка полицейскийына ла мөрәжәғәт иттем. Шылтыратҡанда ауыл советы рәйесе, тап ошо мәсьәлә буйынса ярҙамсыларын, депу­тат­тарҙы һәм участка полицейскийын саҡырып, кәңәшмә үткәргән саҡҡа тура килдем.

Ауыл ерендә бер-береңә яла яғыу, хәбәр йөрөтөү килешмәгән ғәмәл һанала. Әммә күршеләргә күпме өндәшһәк тә, килемле “бизнес”тарын ябырға уйлап та бирмәгәс, башҡа юл юҡ һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, шылтыратыу бушҡа булманы. Бер нисә көндән хоҡуҡ һаҡсылары контроль һатып алыуға кеше ебәргән һәм күршегә үҙенең эшмәкәрлеге өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Шулай булғас, был йәһәттән система теүәл эшләй һымаҡ. Тик ҡайһы­лыр этапта өҙөклөк барлыҡҡа килә бит!

Ҡайһы берәүҙәр билдәлә­үенсә, ялған араҡыны легаль продукция ярҙамында ғына баҙарҙан ҡыҫы­рыҡлап сыға­рырға мөмкин. Бының өсөн бары тик лицензияһы булған эшҡы­уарҙарға продукция төрлө­лөгөн байытырға, эконом-кластағы араҡының барлыҡ төрҙәгеһен һатырға рөхсәт итергә кәрәк. Тыйылған араҡының магазин кәштәләренә эләкмәүен контрол­дә тотоу мөмкин әле. Ә бына “фанфурик”тарға ҡаршы көрәш ауы­рыраҡ бирелә. Улар йәшерен рәүештә һатыла. Кәштә аҫтынан да байтаҡ “осоралар”, тәғәйен фатирҙарҙан да һаталар. Хатта “фанфурик” биргән автоматтар ҙа уйлап сығарҙылар. Нисек кенә булмаһын, көрәш дауам итә. Уның хаҡы юғары – кеше ғүмере һәм милләт сәләмәтлеге.

 

Кәштә “аҫтынан” да осоралар...

 

Бынан бер нисә йыл элек Иркутск ҡалаһында “фан­фу­рик”тар­ҙан ағыуланыусылар тураһында мәғлүмәт бөтөн Рәсәйҙе тет­рәтте. Йөҙгә яҡыны дауаханаға эләкте, 70-тән ашыуы һәләк булды. Белгестәр был ваҡиғала етеште­реүселәрҙе ғәйепләй. Этил спирты урынына улар икенсе спирт ҡулланған булып сыға. Ошондай уҡ хәл быйыл октябрҙә күрше Ырымбур өлкәһендә ҡабатланды. 67 кеше зыян күрҙе, шуларҙың 34-е һәләк булды. Иң ҡурҡынысы суррогат араҡы эшләү өсөн сеймалды Өфөнән һатып алғандар. Ә бына етеш­тереүсе фирманың директоры “автомобилдәрҙең тәҙрәһен йыуыу өсөн шыйыҡса етештер­ҙек” тип белдерә һәм сеймалдың алкоголь етештереү өсөн ҡул­ланылыуын тулыһынса инҡар итә.

“Энәлек төнәтмәһе” тип һатыл­ған дарыуҙың составында спирттың күп булыуы арҡа­һында, “һуғырға” әүәҫтәр уны араҡы урынына ҡулланыуы көн кеүек асыҡ. Аҡсалата һанаһаң, бер ярты урынына өс “фанфурик” алыу күпкә осһоҙораҡҡа төшә. Уның хаҡы ни бары – 35 – 40 һум. Өфөнөң “Үҙәк баҙар” туҡталышында тиҫтәләгән дарыухана бар. Ҡыҙыҡ өсөн төш мәлендә шуларҙың һәр береһенә инеп сыҡтым. Өсөһөндә “фанфурик” һатыуҙы тыйғандар. “Бынан ары спиртлы төнәтмәләрҙе һатыуға ҡуймайбыҙ”, – тип ышандырҙылар. Биш дарыуханала “фанфурик”тың нимәгә кәрәклеген дә һорап торманылар. Дүртеһендә иһә төнәтмәне нисек ҡулланырға өйрәттеләр. “Быуындар һыҙлағанда компресс эшләргә кәрәк, тик эсергә түгел”, – тип иҫкәрттеләр.

Ә бына хужалыҡ тауарҙары һатҡан магазинда иһә кәштә аҫтынан йылтыр шешәләрҙе “осоралар” ғына! Тауар һайлаған булып, юрамал оҙағыраҡ торҙом. Таушалған ҡиәфәтле, йонсоу сырайлы ирҙәр ҙә, махмырҙан ыҙа сиккән ҡатын-ҡыҙҙың да был магазинға күптән һуҡмаҡ һал­ғаны күренеп тора. Улар ишектә пәйҙә булыу менән, һатыусы кәштә аҫтынан шешәләр сығара. Бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлайҙар. Бары тик ым-ишара менән аңлашалар. Һатып алыусы бармаҡ менән нисә шешә кәрәклеген күрһәтә лә аҡсаһын сығарып һала...

 

Азат ӘСӘҘУЛЛИН, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, БДМУ-ның психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы доценты, Республика наркология диспансерының баш табибы:

– Алкоголле эсемлек ҡулланыу – сәләмәтлекте ҡаҡшатҡан төп сәбәп. Бынан тыш, эскән кешенең ғаиләһенә килтерелгән матди һәм психик зыянды иҫәпкә алайыҡ. Илдәге енәйәттәрҙең 60–70 проценты иҫерек кешеләр тарафынан ҡылына.

Саманан тыш спиртлы эсемлек ҡулланыу бөтөн донъя буйлап йыл һайын 2,5 миллион кешене үлемгә килтерә. Был һан дөйөм күләмдең 4 процентын тәшкил итә. Йыл һайын теркәлгән үлем­дәрҙең дөйөм һанында эскелек­тән теге донъяға киткән ирҙәр һаны – 29, ҡатын-ҡыҙҙар 17 процент тәшкил итә.

Күпселек мәғлүмәт сығанаҡ­тары Рәсәйҙә эскелек кимәле түбәнәйә тиһә лә, улар һандарҙы иҡтисади кимәл һәм алкоголдең хаҡы менән сағыштырып ҡара­майҙар. Халыҡтың кеҫәһе бүҫкәр­гән һайын, сифатһыҙ алкоголь күләме арта бара, эсергә әүәҫтәр суррогатҡа өҫтөнлөк бирә. Ә уның организмға йоғонтоһо ҡот осмалы икәнен иҫәпкә алмайҙар.

Белгестәр сифатһыҙ алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланғандан һуң һаулыҡҡа килтерелгән зыянды ике төркөмгә бүлә: бауыр­ҙың алкоголь менән зарарланыуы, үҙәк нервы системаһының ҡаҡшауы. Был ауырыуҙар, ғәҙәт­тә, үҙен һиҙҙертмәй, тик кеше айҙар, йылдар дауамында тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртмәй икән, ғүмеренә хәүеф менән янай. Кеше алкоголдән баш тарта алмай икән, хәл фажиғә менән тамамланасаҡ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: