Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2022, 13:30

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы асылды

Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы асылды
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы асылды

“Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшен башланы. Штаб Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.

Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итәсәк.

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: