Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Ноябрь 2022, 17:30

Пенсионерҙар ҡайҙа арта, ҡайҙа кәмей...

2021 йыл менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә  пенсионерҙар һаны 1 миллионға кәмегән. 1990 йыл башынан алғанда, был -  иң ҙур кәмеү...

Пенсионерҙар ҡайҙа арта, ҡайҙа кәмей...
Пенсионерҙар ҡайҙа арта, ҡайҙа кәмей...

Республикала пенсионерҙар һаны артыуын дауам итә, сентябргә 1 миллион 154 мең 521 кеше тәшкил итте, тип хәбәр итә Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе. Шуларҙың 182 мең 653-ө эшләй, ти статистар.

Сағыштырыу өсөн: ғинуар айында 1 миллион 149 мең 347 пенсионер иҫәпләнгән, уларҙың 186 мең 481-е эшләп тә йөрөгән. Хәҙер уларҙың һаны кәмей төшкән. Сентябрҙә республикала тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 17 979 һум тәшкил итә. Ғинуарҙа ул 16 399 һум ине.

Рәсәй Пенсия фондында иҫәптә торған пенсионерҙар һаны 2022 йылдың ғинуарында 42 миллиондан аҙ ғына ашыу тәшкил иткән.2021 йыл менән сағыштырғанда был 1 миллион кешегә кәм тигән һүҙ. 1990 йыл башынан был иң ҙур кәмеү тигән һүҙ.

Фото: Cоветская Адыгея.ру

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: