Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Февраль 2023, 18:30

Еңеүсегә – 500 мең һум!

Икенсе урын яулаусыға – 300 мең һум, өсөнсө урынға сыҡҡанға 200 мең һум ҡаралған.

Еңеүсегә – 500 мең һум!
Еңеүсегә – 500 мең һум!

Был хаҡта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ведомство Бөтә Рәсәй табиптар һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре, фармацевт белеме булғандарҙың конкурсы башланыуы тураһында иғлан бирҙе. Ул министрлыҡтың электрон ресурстары ярҙамында атҡарыласаҡ.

Шулай итеп, еңеүсегә – 500 мең һум, икенсе урын яулаусыға – 300 мең һум, өсөнсө урынға сыҡҡанға 200 мең һум ҡаралған.

“Кәрәкле мәғлүмәттәр булған хаттар дәүләт власы органдарына һәм ойошмаларға ебәрелде”, - тип хәбәр иткән министрлыҡ. Конкурс иһә йәй тамамланасаҡ.

Фото: e-dh.org

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: