Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Апрель 2023, 14:25

“Сәләмәтлек поезы” һеҙгә елдерә!

Республикала “Сәләмәтлек поезы” сиктәрендә меңәрләгән кеше һаулығын нығытып, ҡурҡыныс сирҙәрен ваҡытында асыҡлап өлгөрҙө лә инде. Ошо арала табиптар Бүздәк, Ауырғазы, Иглин, Бөрө райондарында ла булды. Май башында Шишмә, Дыуан, Мишкә, Ғафури райондары халҡы медицина тикшереүе үтәсәк. Әйткәндәй, “Сәләмәтлек поезы” табиптары 10 сентябргә тиклем халыҡты “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә ҡабул итәсәк.

“Сәләмәтлек поезы” һеҙгә елдерә!
“Сәләмәтлек поезы” һеҙгә елдерә!

Статистика күрһәтеүенсә, халыҡ тәү сиратта тар белгестәргә мохтаж. Сөнки ниндәйҙер етди сир барлыҡҡа килгәндә, нәҡ улар тейешле диагноз ҡуйып, пациентты артабанғы тикшереү үтергә йәки дауаланыуға, хатта операцияға ебәрә. Ғөмүмән, бындай осрашыуҙар күп осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.

Башлыса ҡабул итеү мәлендә пациенттар анализ тапшыра, йөрәген ҡарата (ЭКГ), флюорография, маммография, ультра-тауышлы тикшереү үтә.

Иң мөһиме, бындай сараларҙа табиптар күберәк халыҡ йәлеп итергә тырыша һәм аҙаҡҡы пациентты тикшермәйенсә эш тамамланмай. Мәҫәлән, Бүздәк районының өс ауылында ғына ике меңгә яҡын кеше тикшереү үткән. Хәйер, эш һандарҙа ла түгел, шуларҙың 217-һендә йөрәк менән бәйле сир асыҡланған, шул иҫәптән 175 кешегә оператив рәүештә дауалау курсы тәғәйенләнгән.

Май башында киләсәк “Сәләмәтлек поездары”на туҡталғанда, атап кителгән райондарҙа медицина тикшереүе 2 - 10 майҙа ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы медицина учреждениелары, власть органдары һәм башҡа рәсми сығанаҡтар аша белергә була.

Әйткәндәй, проект Владимир Путиндың “Май указдары”ндағы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ("национальный проект "Здравоохранение") нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

 

Фото “Башинформ” сайтынан алынды.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: