Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Август 2023, 21:00

Алырға өлгөрөп ҡалығыҙ!

Пенсионерҙарға ике мең һумлыҡ сертификат бирелә. Ваҡытында килеп етмәгән осраҡта ул башҡаларға тапшырыла. 

Алырға өлгөрөп ҡалығыҙ!
Алырға өлгөрөп ҡалығыҙ!

Башҡортостанда йәшәгән пенсионерҙарға өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн тәғәйенләнгән сертификат бирелә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Танып белеү тапшырыуҙарында, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял сараларында ҡатнашыуға сертификаттарҙы республиканың халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдарныда сират тәртибендә алырға була. Сертификат - ике мең һумлыҡ.

“Сертификат артынан телефондан шылтыратҡастар һәм смс-хәбәр алғас, почта карточкаһын йәки электрон почтаға хәбәр килгәндән һөң өс көн эсендә килергә кәрәк, - тип хәбәр итә министрлыҡ вәкилдәре. – Сертификатты алғас, пенсионер ниндәй клубта, спорт клубында, белем биреү ойошмаһында уны ҡулланыу тураһында үҙе хәл итә”.

Тулыраҡ мәғлүмәтте республика Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында алырға мөмкин.

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: