Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Октябрь 2023, 23:40

Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында

Рәсәйҙә 11 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Уларҙың 700 меңе – балалар...

Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында
Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында

Тихон Хренников фонды президенты, “Я – МОГУ!” журналын ойоштороусы Андрей Кокарев бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Кәртәләрҙе емереп” форумында журналистар менән осрашты.

Был журнал мөмкинлектәре сикһеҙ булған, яҙмыш һынауҙарына һынмаған, изгелекте һәм ярҙамсыллыҡты өҫтөн күргән кешеләр тураһында.

 – Ниндәй генә хәлдәр теркәлһә лә, һынмау тураһындағы журналды баҫыу идеяһы улым менән бәйле, - тине Андрей Игоревич. – 14 йыл элек, ошо кәндә, балалар церебраль фалижы менән сирләгән улым тыуҙы.

Шулай итеп, Артем Кокарев журналды баҫтырыу тураһындағы идея сығанағына әйләнде.

...Рәсәйҙә 11 миллиондан ашыу инвалид йәшәй. Уларҙың 700 меңе – балалар. Нигеҙҙә, улар тормошон яҡтыртҡан  “Я – МОГУ!” журналы йылына дүрт тапҡыр сыға. Тиражы – 3500 дана. Быйыл декабрҙә баҫманың 10-сы һаны донъя күрәсәк.

Автор фотолары.

Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында
Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында
Был баҫма – мөмкинлектәре сикһеҙ булғандар тураһында
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: