Бөтә яңылыҡтар

35 миллион һумға газ үткәрәләр

Илдә Владимир Путин ҡушыуы буйынса айырым категорияға ҡараған граждандарҙың йорттарына газ үткәреүҙә дәүләт ярҙамы ҡаралған. Был программа уңышлы рәүештә Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, 1-се төркөм инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән кешеләр ошондай хоҡуҡҡа эйә.

35 миллион һумға газ үткәрәләр
35 миллион һумға газ үткәрәләр

Былтыр был тәңгәлдә республикала 56 миллион һум йүнәлтелгән. Был аҡсаға 652 газ үткәреүсегә 100 мең һумға тиклем (эске монтажлау эштәре, газ ҡорамалдары һатып алыу буйынса) ярҙам ойошторолған. Программа быйыл да дауам итәсәк һәм уны киңәйтеү ҡаралған – ошо хаҡта БР Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында һүҙ барҙы.

 – 1 ғинуарға ҡарата 501 заявка бар, ул газ үткәреүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 35 миллион һум бүленә. Программаны артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

35 миллион һумға газ үткәрәләр
35 миллион һумға газ үткәрәләр
35 миллион һумға газ үткәрәләр
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: