Бөтә яңылыҡтар

Йәштәрҙе лә эшкә өйрәтәләр

Йәш быуынды ваҡытында эшкә өйрәтеп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү мөһим. Билдәле, күптәр (предприятиелар хаҡында һүҙем) был “артыҡ мәшәҡәт” менән шөғөлләнеүҙе файҙаһыҙ тип таба, ә бына Нефтекама яһалма тире сәнәғәт берекмәһе үҫмерҙәрҙең хеҙмәтен һаҡ ҡарай, эшкә урынлаштырыу буйынса тотош программаны тормошҡа ашыра һәм ошо көндәрҙә предприятие ошо тырышлығы өсөн VIII Санкт-Петербург Халыҡ-ара хеҙмәт форумында “Үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа яуаплылыҡ” исемле награда алды.

Йәштәрҙе лә эшкә өйрәтәләр
Йәштәрҙе лә эшкә өйрәтәләр

Улар 14-18 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙы йәйге каникул ваҡытында эшкә алған. Эш хаҡы минималь хеҙмәт хаҡынан да түбән түгел. Ғөмүмән, 2023 йылда 38 бәлиғ булмаған кеше бында эш тапҡан, 2022 йылда 10 булһа, 2021 йылда 37 үҫмер йәйге каникулда әлеге предприятиела кеҫә ҡалынайтҡан.

“Берекмәнең был башланғысы йәш быуынды эшкә ҡыҙыҡһындырып ҡына ҡалмай, ә уларҙы хеҙмәткә яуаплы ҡарарға ла өйрәтә”, - тип билдәләне был еңеүҙе БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Йәштәрҙе лә эшкә өйрәтәләр
Йәштәрҙе лә эшкә өйрәтәләр
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: