Бөтә яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында көслө рухлылар ярышты

Бар ағзалары теүәл булып та донъя мәшәҡәттәренә ризаһыҙлыҡ белдереп, бәлә һалып йәшәүселәр, тормош ауырлығына һынмағандарҙан өлгө алығыҙ!

Көйөргәҙе районында көслө рухлылар ярышты
Көйөргәҙе районында көслө рухлылар ярышты

Бөгөн бәрәкәтле Көйөргәҙе районында йәмле Ағиҙел йылғаһы ярында терәк-хәрәкәт итеү ағзалары имгәнгәндәр араһында республика спорт туризмы буйынса ярыштар уҙҙы.

Был сарала Ауырғазы, Мәсетле, Баймаҡ, Хәйбулла, Мәләүез, Күгәрсен, Туймазы, Иглин, Йылайыр, Салауат, Кушнареко, Яңауыл, Көйөргәҙе, Шишмә, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан, Белорет, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Бәләбәй, Благовещен ҡалаларынан килгән командалар  көс һынашты.

Ғаилә йылына арнап уҙғарылған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Бөтә Рәсәй  инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов, республика инвалидтар ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, “Тендер”республика спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Айрат Дауытов һәм район етәкселеге ҡатнашты.

Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спортҡа иғтибар ныҡ артты, ул йәшәү нормаһына әйләнде. “Республика кимәлендә уҙғарылған ярыштар сәләмәт тормош алып барыуға иғтибарҙы йүнәлтә,  аралашыу даирәһен киңәйтә. Бөгөн Көйөргәҙе районы көслө рухлы, йәшәү йәмен тапҡан спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе”, - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин һәм сараны асыу тантанаһында барыһына ла уңыштар теләне.

Бөгөн сарала ҡатнашыусы командалар йәйәүле, һыу туризмы, шулай уҡ коляскала төрлө ҡаршылыҡтар аша етеҙлектә, тиҙлектә үҙҙәрен һынаны, ярыштар иртәгә лә дауам итәсәк.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: