Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһындағы хәстәрлек йылына ярашлы, Октябрьскийҙағы “Уяҙытау” тау саңғыһы комплексы биләмәһендә матур йолаға әүерелгән Ҡарбуҙ байрамы үткәрелде. Быйыл фестиваль Октябрьский, Төрөкмән, Баулы, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дыуан, Кушнарен, Ҡандры, Ҡалтасы, Нефтекама һәм Яңауылдан һәләтле балаларҙы йыйҙы. 11 команда вәкилдәре шаяндар һәм отҡорҙар клубында, төрлө темаларға костюмдар күрһәтте, саф һауала үткәрелгән уйындарҙа ҡатнашты. Һәр командаға ирекмәндәр – 9-сы мәктәп уҡыусылары беркетелгән ине. Улар байрам ваҡытында сарала ҡатнашыусыларға һәр йәһәттән ярҙам итте. Йылы, ҡояшлы көн байрамға тағы бер йәм өҫтәне.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов, “Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы” йәмғиәтенең Башҡортостандағы ойошмаһы етәксеһе Олег Ротов, “ТЭРА” компанияһы директоры Руслан Риянов, Октябрьскийҙа Ҡарбуҙ байрамына нигеҙ һалыусы, ҡалалағы инвалидтар йәмғиәте рәйесе Татьяна Кетько һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Фестиваль һуңында командаларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡарбуҙ фестивале дуҫлыҡ, шатлыҡ һәм изгелек байрамына әүерелде.
Сығанаҡ, фотолар: Октябрьский ҡала хакимиәте.