Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Ноябрь 2024, 15:15

Благовещенда ФОК төҙөлөшө ҡулланыуға тапшырыла

Бөгөн эш сәфәре  барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү менән танышты. Яңы спорт объекты ”Башнефть” компанияһының финанс ярҙамы менән “Роснефть” араһындағы килешеү сиктәрендә 2021 йылда төҙөлә башлай. Дөйөм майҙаны 4,5 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бинала биш юлға иҫәпләнгән бассейн, көрәш, тренажер һәм универсаль залдар күҙаллана.

Благовещенда ФОК төҙөлөшө ҡулланыуға тапшырыла
Благовещенда ФОК төҙөлөшө ҡулланыуға тапшырыла

Муниципалитет башлығы Анна Карабанова билдәләүенсә, яңы объект Благовещен районында йәшәүселәрҙе тағы ла күберәк физкультураға һәм спортҡа йәлеп итергә, шулай уҡ төрлө кимәлдәге саралар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Радий Хәбиров төҙөлөш эштәренең барышын баһаланы һәм журналистар менән әңгәмәлә физкультура-һауыҡтырыу комплексының 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыласағы хаҡында хәбәр итте.

 - Благовещенда ФОК бөтөнләй булманы. Был беҙ төҙәткән ҙур ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Бында бассейн, яҡшы спорт залдары бар - бында балалар килеп шөғөлләнәсәк. Төҙөлөш яҡшы бара, ФОК үҙе лә матур.

https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Frus%2Fpress_serv%2Fnovosti%2F186804.html&el=snippet

Благовещенда ФОК төҙөлөшө ҡулланыуға тапшырыла
Благовещенда ФОК төҙөлөшө ҡулланыуға тапшырыла
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас