Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Ғинуар 2025, 16:40

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды инвалид яугирҙәрҙең торлағын ҡулайлаштыра

Был нисек эшләнә һуң? 

Социаль координаторҙар кешеләрҙең мохтажлығын тикшерә. Торлаҡ инвалидтың һәм уның ғаилә ағзаларының ризалығы менән генә ҡулайлаштырыла. 

Заявка булғандан һуң, социаль координатор ғариза биреүсе махсус хәрби операция ҡатнашыусыһына кәрәкле документтарҙы йыйыуҙа һәм филиалда иҫәптә торған МХО инвалидтарының торлаҡ торошон тикшергән муниципаль ведомство-ара комиссияға ғариза әҙерләргә булыша.

Был нисек эшләнә?

Фонд филиалы етәксеһе урынбаҫары, эксперт һәм социаль координаторҙан торған махсус комиссия инвалид яугирҙең өйөнә бара, кәрәкле үлсәмдәр алғас, нозология буйынса чек-ҡағыҙҙы тултыра.

Алынған мәғлүмәт Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Инвалидтар мәсьәләләрен өйрәнеү үҙәгенә ебәрелә. Унда акт төҙөйҙәр һәм фонд филиалына ебәрәләр. Актты тикшергәс, муниципалитет хакимиәтенә торлаҡ ҡулайлаштырыу буйынса бүлеккә ебәрәләр. 

Ике яҡ актҡа ҡул ҡуя һәм МХО ветеранын документтары менән "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Эксперт советына йүнәлтәләр. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгәс, яугирҙең йортона белгестәр ебәрелә. 

Һуңғы этап – реабилитация сараларын урынлаштырыу.

Республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ ошонда уҡығыҙ: https://vk.com/public220653548

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш сәғәте: 9.00 - 18.00, ялһыҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Текст авторы – Галина Морозова, видео – ЦУР.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас