Әлбиттә, алып барыусының Мәскәүҙән ысыны түгел. "Якубович" - ул урындағы ир-уҙаман Зәки Мәхмүтов.
Инвалидтарҙың республика ойошмаһының урындағы бүлексәһе (етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова) Әбйәлил районында гел генә мауыҡтырғас саралар, спорт ярыштары, сәйәхәттәр ойоштороп тора. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр башҡаларҙан бер ҙә ҡалышмай йәшәй тиергә була.
Әле райондың Рауил ауылындағы "Азалия" кафеһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Мөғжизәләр яланы" уйыны уҙғарылған. Барыһы ла ысын телевизион тапшырыуҙарғы кеүек булған: өҫтәл-барабан, өсәр уйынсы, табло, аҡса һалынған шкатулка, приздар йәшниге, бүләктәр, концерт сығыштары... Зәки Мәхмүтов ҙур оҫталыҡ менән Леонид Якубович ролен уйнаған.
Һуғыш йылдары тураһындағы тәрән белемен күрһәтеп, Ташбулат ауылынан Ринат Әҡсәнов еңеүсе булған. Ҡатнашыусылар менән бергә тамашасылар ҙа үҙҙәренең белемен тикшергән. Айырыуса "Малютка" исемле танкка аҡса йыйыуҙы ойошторған бәләкәй ҡыҙ тураһындағы һорау бөтәһенә лә оҡшаған.
Сарала Ишҡол ауылынан махсус хәрби операция ветераны Радик Шәрәфетдинов менән танышыу көслө тәьҫораттар ҡалдырған. Алған ауыр яраларына ҡарамаҫтан, уның тормошто яратыусан, аралашыусан кеше булып ҡалғаны һоҡландырған.
Уйын тамамланғас, йыйылыусылар байрам өҫтәлендә бишбармаҡ ашап, тәмлекәстәр менән сәй эскән. Ҡатнашыусылар бағымсыларға, ойоштороусыларға, сараны йәмләгән "Гөлнәзирә" фольклор коллективына рәхмәт әйткән.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-104104286_172089