2025 йылдың 1 апреленән Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының берҙәм федераль чаты тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсә. Унда МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә медицина-психологик ярҙам күрһәтелә. "Психологик ярҙам йыш ҡына урында һәм шунда уҡ кәрәк. Беҙҙең чат психологтар менән эшләй башланы, һәм ярҙамды ҙур илебеҙҙең теләһә ҡайһы нөктәһенән генә түгел, ә теләһә ҡайһы ваҡытта – тәүлек әйләнәһенә алырға мөмкин. Психологтарҙың эше тейешле кимәлдә ойошторолған. Белгестәр кешеләрҙең һорауҙарына тәүлек әйләнәһенә яуап бирә һәм ялһыҙ ярҙам итә. Тағы ла шуныһы мөһим: беҙгә аноним мөрәжәғәт итергә мөмкин, беҙ шәхси мәғлүмәттәрҙе асыуҙы талап итмәйбеҙ, - тип билдәләй Комитет етәксеһе Юлия Белехова.
Чатта тәжрибәле юғары квалификациялы медицина психологтары командаһы эшләй, улар төрлө хәүефле хәлдәр буйынса бушлай медицина-психологик консультациялар бирә. Аралашыу аноним, шәхси мәғлүмәттәр тикшерелмәй. Унда илдең теләһә ниндәй төбәгендә йәшәүсе ваҡытҡа ҡарамай мөрәжәғәт итә ала.
"Һанлы аралашыу төрөнә ихтыяж барлығын күрәбеҙ, тимәк, поликлиникаға барырға ла, күршеләрегеҙгә күренергә лә кәрәкмәй. Һигеҙ ай эсендә белгестәр 1 800-ҙән ашыу шәхси мөрәжәғәт эшкәрткән. Бөгөн әүҙем рәүештә телефон консультациялары үткәрәбеҙ һәм ҡатмарлы осраҡтар булһа, эште артабан дауам итәбеҙ. Беҙгә төрлө хәүефле хәлдәрҙе кисергән һәр кемгә ярҙам итеү мөһим. Медицина психологтары булмаған алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн дә был бик уңайлы”, — тип аңлатма бирә Чат координаторы, “Һаулыҡ контроле” федераль проекты етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Евгений Мартынов.
Чатҡа илдең төрлө төбәктәренән 11 000-дән ашыу кеше ҡушылған.
Ойоштороусылары: Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ярҙамында Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты (КСВО) һәм “Социаль өлкә” фонды (“Һаулыҡ контроле” федераль проект командаһы).
Чатҡа ҡушылығыҙ: https://t.me/+-NlCAoiZghk2OTNi