Бала күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек. Өҫтәүенә тап үҫеп килгән быуын вәкилдәре эргә-тирәләгеләрҙең йоғонтоһона тиҙ “ауып барыусан”. Шуға күрә ата-әсәләргә, яҡындарына балаларға ҡарата иғтибарлы булыуы кәрәк. Юғиһә заман әфәттәре ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы “һағалай”. Мәҫәлән, уларҙың береһе – наркомания.
Наркотик кешенең генетик фондын үҙгәртә, уның киләсәк быуын вәкилдәренең имен-һау буласағына ышаныс кәмей. Белгестәр әйтеүенсә, хатта тәүге дозаның да наркотиктарға бәйлелеккә килтереүе ихтимал. Ә уларҙың һәр береһе – ағыу. Үҙәк нервы системаһын, мейе, бауырҙы һәм башҡа ағзаларҙы зарарлай. Хатта сәләмәтлектәре ныҡ булғандарҙың да ун йылдан артыҡ йәшәмәүе ихтимал.
Наркотиктар кешенең киләсәген юҡ итә. Наркоман бер нәмәгә лә ынтылмай, уға уҡыу ҙа, эш тә, ғаилә лә, яҡындары ла – береһе лә кәрәкмәй. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы был афәттән һаҡлағыҙ, тип белдерә белгестәр.
Кешенең хәрәкәтенең үҙгәреүе, аңдың томаланыуы, яҡтылыҡҡа реакцияның юҡлығы, тәндә инъекция эҙҙәренең барлығы һәм башҡалар – наркомандың билдәләре.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.