Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Июль 2025, 11:30

Тәүге акция уңышлы үтте

“Аҙыҡ-түлек” төбәк банкының бер йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда Башҡортостандың 33 меңдән ашыу кешеһе посылка алған. Был 43 тонна аҙыҡ-түлек тигән һүҙ.

Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте

Өфөлә тәү тапҡыр “Аҙыҡ-түлек” төбәк банкында министрҙар, эшҡыуарҙар, студенттар һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында мохтаждар өсөн аҙыҡты үлсәп ҡаптарға тултырыу буйынса корпоратив акция ойошторолдо. Биш командаға бүленеп, күңелле уйын рәүешендә үткәрелһә лә, берҙәмлектең ниндәй ҙур көс икәнлеге яҡшы күренде. Бер нисә сәғәттә 150 шәхси посылка тупланды, был яҡынса бер тонна аҙыҡ-түлек тигән һүҙ. Бөтә был аҙыҡ күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға оҙатыласаҡ. Акцияла Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты  Тамара Танһыҡҡужина, “Бәхет биләмәһе” һәм “Өфө хосписы” фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты.

Алъяпҡыстар бәйләп, он, ҡарабойҙай, макарон, тары, борсаҡ кеүек аҙыҡты пакеттарға бүлеп һалған эшҡыуарҙар һәм етәкселәр әйтеүенсә, “Халыҡ ашы” тип аталған акция тәү тапҡыр ошондай ҙур күләмдә үткәрелде. Ул бынан һуң да йыш ойоштороласаҡ, бөгөнгөһө адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса системалы эштең башы ғына. Бындай проекттарға ихтыяж ҙур. Киләсәктә ярҙамдан күберәк кеше файҙаланһын өсөн уның географияһын киңәйтеү ҙә ҡарала. “Аҙыҡ банкы” даими рәүештә тулыландырыла. Социаль хеҙмәткәрҙәр, ғаилә хеҙмәттәре аша яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар, күп балалы ғаиләләр тураһында мәғлүмәт туплана. Хатта ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл тыуып, ашығыс ярҙам кәрәк булған осраҡта ойошма ышаныслы терәк буласаҡ. Мәҫәлән, Архангел районының Аҙау ауылын һыу баҫҡанда ойошма ете тонна аҙыҡ килтереп, ауылдаштарға ярҙам күрһәткән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова проекттың үҙенсәлекле булыуын, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды тарафынан хупланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Аҙыҡ-түлек” төбәк банкының бер йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда Башҡортостандың 33 меңдән ашыу кешеһе посылка алған. Был 43 тонна аҙыҡ-түлек тигән һүҙ. Ярҙам итеү теләге күп партнер-предприятиеларҙы, сауҙа, хәйриә ойошмаларын, битараф булмаған һәр кемде берләштергән. Әйткәндәй, “Аҙыҡ банкы”на һәр кем бөгөн дә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә ала, үлсәп ҡапарға тултырыу, адрестар буйынса таратыу, аҙыҡ һатып алыу һәм башҡа мәшәҡәтттәр етерлек.

– Акция Рәсәйҙең 17 төбәгендә эшләй. “Халыҡ ашы” – социаль файҙалы корпоративтар үткәреүҙең бер төрө. Хеҙмәттәштәр аралашып, бер-береһен бөтөнләй икенсе яҡтан аса. Компанияларҙың сығымдары бары аҙыҡ-түлек алыуға китә. Көҙгә бындай акцияны Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалаларында үткәрәсәкбеҙ, – ти”Аҙыҡ-түлек” төбәк банкы директоры Юлия Назарова.

“Халыҡ ашы”на старт биреп, проект кураторы Каринэ Хәбирова “акция йәмғиәттең, бизнестың, власть һәм ябай кешеләрҙең бер-береһенә ярҙам итергә әҙерлеген иҫбатланы”, тип белдерҙе. Ул “Халыҡ ашы”ның республикала изге традицияға әүерелеүенә, меңәрләгән ҡайнар йөрәктәрҙе яҡшы үҙгәрештәр хаҡына берләштерәсәгенә ышаныс белдерҙе. Яңы башланғысты хуплаусылар етерлек булды: “Беренсе клуб стоматологияһы”, “Фудзияма”, “АЗС Точка”, “Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты”, ”Фармстрой” йәмғиәте һәм башҡа компаниялар, етәкселәр, студенттар, ирекмәндәр әүҙем ҡатнашты. Тәүге акция уңышлы, дәррәү үтте, команда рухын ҡабыҙҙы, социаль башланғыстарҙа берҙәмлектең, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ ҙур көс икәнен раҫланы. Бергәләп беҙ күберәк эшләй алабыҙ. Партнер йәки ирекмән булырға теләгәндәр ошо телефон аша шылтырата ала: 8-937-338-11-12.

Белешмә өсөн: “Русь” Аҙыҡ банкы” – Рәсәйҙә беренсе фудшеринг ойошмаһы. 2023 йылдың 5 декабрендә стратегик партнерлыҡ тураһында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Русь” Аҙыҡ банкы” хәйриә фонды менән меморандумға ҡул ҡуйыла. 2024 йылда ойошма өсөн Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан администрация пункты, таратыу үҙәге,келәт өсөн бина бүленә.

 Фото: “Аҙыҡ-түлек” төбәк банкы.

 

Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Тәүге акция уңышлы үтте
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас