Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Август 2025, 16:45

Акцияла һәр кем ҡатнаша ала

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы барышында 730 бала яңы уҡыу йылына әҙерләнгән

Акцияла һәр кем ҡатнаша ала
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала

1 июлдән республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» республика акцияһы үтә. Уның маҡсаты – балаларға һәм ата-әсәләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам итеү.

Бөгөнгәсә акцияла 222 юридик шәхес һәм 99 кеше ҡатнашҡан һәм мохтаж ғаиләләр өсөн мәктәп кәрәк-ярағы, кейем-һалым һәм аяҡ кейеме тапшырған. Иғәнәләр суммаһы 2,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

- Күп ғаиләләр өсөн мәктәпкә әҙерлек етди сығымдар талап итә. Был бигерәк тә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ҡағыла. Башҡортостан халҡының еңел булмаған шарттарҙа йәшәүселәргә ярҙам итергә, берләшергә әҙер булыуын күрәбеҙ. Һәр бала уҡыу йылын шатлыҡ менән башлаһын өсөн 31 авгусҡа тиклем һәр кем ошо изге башланғысҡа ҡушыла ала. Бөгөн 392 ғаиләнән 730 бала, шул иҫәптән 62 МХО яугиренең 94 балаһы ошондай ярҙам алды ла инде, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бөрйән районына эш сәфәре барышында Ленара Иванова район мәктәптәренең береһенә барасаҡ уҡыусыға мәктәп кәрәк-ярағы менән портфель тапшырҙы.

Ғаиләләргә 500-ҙән ашыу комплект мәктәп кейеме һәм формаһы, 190 пар балалар аяҡ кейеме, яҙыу, һүрәт төшөрөү һәм ижад өсөн меңәрләгән йыйылма, 700-ҙән ашыу рюкзак, спорт инвентары, мебель һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тапшырылған.

Кейем, аяҡ кейеме һәм мәктәп кәрәк — яраҡтары менән бергә балалар һәм уларҙың ғаиләләре иң мөһиме-иғтибар, хәстәрлек ала.

Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә, унда һәр кем ҡатнаша ала.

Әйберҙәрҙе яҡындағы «Ғаилә» үҙәгенә килтерергә мөмкин. Ғаилә хеҙмәттәре адрестарын Башҡортостандың Ғаилә порталында таба алаһығыҙ.

8-800-347-5000 ҡыҙыу линия телефоны эшләй.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас