Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Октябрь 2025, 23:20

Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары

Морат Авзалов хәбәр итеүенсә, яңы комплекс тәүлегенә 10 меңгә тиклем анализ эшләй ала.

Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә урынлашҡан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының үҙәкләштерелгән клиника-диагностика лабораторияһы эшмәкәрлеге менән танышты.

2025 йылда дауалау учреждениеһында заманса автомат трек системаһы индерелде, был – Рәсәйҙә лаборатория процесының бөтә этаптарын берләштергән беренсе комплекслы линия.

Медицина учреждениеһының баш табибы Морат Авзалов хәбәр итеүенсә, яңы комплекс тәүлегенә 10 меңгә тиклем анализ эшләй ала. 2024 йыл менән сағыштырғанда, уларҙың күләме 7,4 процентҡа артҡан.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, хәҙерге система тикшереү үткәреү ваҡытын 40 процентҡа ҡыҫҡартырға һәм штатты күбәйтмәйенсә лә етештереүсәнлекте арттырырға мөмкинлек бирә.

Республика етәксеһе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы ҡорамалдары мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

– Был Рәсәйҙә анализдар буйынса иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республика клиник дауаханаһының диагностика үҙәге уға беркетелгән бер нисә медицина учреждениеһын хеҙмәтләндерә. Анализдарҙы асыҡлауҙа яһалма интеллект ярҙам итә, был – беҙҙең табиптарға яҡшы ярҙам.

Мәғлүмәт һәм фото: glavarb.ru/ru/news/...

Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Төп дауахана лабораторияһында – өр-яңы технология ҡорамалдары
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас