Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Октябрь 2025, 13:30

Күп балалы ғаиләләр, һөйөнсө!

Бөгөн шатлыҡлы хәбәр билдәле булды. Ҡоролтай депутаттары яңы закон ҡабул итте.

Күп балалы ғаиләләр, һөйөнсө!
Күп балалы ғаиләләр, һөйөнсө!

Башҡортостанда яңы байрам булдырылды. Күп балалы ғаилә көнө тураһындағы закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бөгөн һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.

- Закон менән Күп балалы ғаилә көнө булдырыла, - тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. - Ул 21 декабрҙә билдәләнәсәк. Йыл аҙағында Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләү йолаһы барлыҡҡа килде лә инде: йыл һайын иң яҡшы республика майҙансыҡтарының береһендә «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй проекты, башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары йыйыла.

Парламент Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алды өй усағы йылыһы мөхитен кәүҙәләндерә. Яңы иҫтәлекле көн ғаилә институтын, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыуға, күп балалыҡты пропагандалауға булышлыҡ итер тип көтөлә.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас