Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Февраль , 10:00

Еҙнәмде күрә алмайым

Был хаҡта апайыма әйтергәме, юҡмы?

Еҙнәмде күрә алмайым
Еҙнәмде күрә алмайым

Был тарих социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙең береһендә баҫылып сыҡҡан ине. Унда йәш ҡыҙ үҙе менән булған хәл тураһында яҙа һәм кәңәштәр һорай. ‎

“Бер туған апайым бар. Еҙнәм менән алты йыл ғүмер кисерәләр. Бик татыуҙар, ирешкәндәрен, асыуланышҡандарын ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Икеһе лә тыныс, бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттәләр, бер ул үҫтерәләр. Ике аҙна элек еҙнәмдең апайыма  хыянат итеүе тураһында белдем. Ул әхирәтемдең ике туған апаһы менән осраша икән. Тәүҙә был хәбәр ялғандыр, тип уйланым, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ булып сыҡты. Апайым был хаҡта әлегә белмәй. Хәҙер ошо хәл тураһында уйлап тик йөрөйөм. Апайыма әйтһәм – ғаиләләре тарҡаласаҡ,  әйтмәһәм дә ҡыйын – яҡын кешемдең алданып йәшәүен теләмәйем. Ни эшләргә?“  - тип мөрәжәғәт иткә ҡыҙ бала. ‎

Төркөмдәштәр, ә һеҙ был турала ниндәй фекерҙәһегеҙ?

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас