Социаль мәсьәлә
30 Апреля , 16:25

Алдынғы биомедицина технологияларын үҫтерәбеҙ

Дүрт яҡлы мөһим килешеү төҙөлдө.

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Башҡортостан дәүләт медицина университеты майҙансығында БДМУ, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеү төҙөлдө. Документ, төбәктә мРНК-технологияларҙы үҫтереүгә баҫым яһап, белем биреү һәм ғилми-тикшеренеү өлкәләрендә партнерлыҡ мөнәсәбәттәре системаһын төҙөүгә йүнәлтелә. Уға БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов, республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, химия фәндәре докторы Вадим Захаров ҡул ҡуйҙы.

– Күптән түгел беҙҙең БДМУ Хөкүмәт бойороғо менән мРНК-технологияларҙы үҫтереү буйынса алдынғы консорциумға индерелде. Был кадрҙар әҙерләү, инфраструктураны үҫтереү йәһәтенән университеттың ҡаҙаныштарын таныуҙы аңлата. Эш Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында фән тармаҡтары һәм ведомстволар араһында тығыҙ бәйләнештә, биоинформатиктар, математиктар, генетиктар менән хеҙмәттәшлектә башҡарыласаҡ, – тине Валентин Павлов.

Компетенцияларҙы берләштереү төбәктә алдынғы биомедицина тикшеренеүҙәрен үҫтереүҙә төп факторҙарҙың береһен тәшкил итәсәк. БДМУ-ның ғилми һәм клиник тикшеренеүҙәрҙәге тәжрибәһе, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең генетик технологиялар өлкәһендәге ғилми потенциалы, Фән һәм технологиялар университетының биоинженерлыҡ компетенциялары БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында инновацияларҙы эшләү һәм ғәмәлгә индереүҙең фундаменталь фәндән алып практик һаулыҡ һаҡлауға тиклемге тулы циклын төҙөйәсәк.

Яҡтар берлектә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, мәғлүмәттәр менән алмашырға, методологик ярҙам күрһәтергә, конференциялар һәм семинарҙар ойошторорға, шулай уҡ эштәрҙең һөҙөмтәһен баҫтырып сығарырға ниәтләй. Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре Рәсәй Хөкүмәтенең перспективалы биомедицина технологияларын үҫтереүгә ҡағылған бойороғо нигеҙендә билдәләнгән.

Яҡтар ғилми һәм белем ҡеүәтен нығытыу төбәктең алдынғы биомедицина тикшеренеүҙәре өлкәһендәге позицияһын нығытыу мөмкинлеген бирер тип ышана.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас