Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш

Күләмле эш “Ғаилә” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Дәүләт филармонияһына – яңы һулышДәүләт филармонияһына – яңы һулыш
Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш

Нефтекамаға эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала филармонияһында капиталь ремонт барышын ҡараны. Был эш “Ғаилә” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Әле бинала ҡыйыҡ, фасад яңыртылған, витраждар алмаштырылған, ишектәр, холл, гардероб тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ тышҡы яҡтыртҡыстар ҡуйғандар, баҫҡыстарҙы гранит менән йөҙләгәндәр, тирә-яҡты төҙөкләндергәндәр. Быйыл тамаша залын яңыртыу, электр монтажлау эштәре, бүлмәләрҙе елләтеү ҡорамалдарын модернизациялау күҙаллана.

Радий Хәбиров филармония етәкселеге менән учреждениены артабан үҫтереү, шул иҫәптән концерт майҙансығын өҫтәмә йыһазландырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш
Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш
Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш
Дәүләт филармонияһына – яңы һулыш
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас