

Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда “Оҙайлы әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы һалынған Олокүл табип амбулаторияһында булды.
Бында күрше ауылдарҙағы 4,9 мең кешегә, шул иҫәптән 700-ҙән ашыу балаға медицина ярҙам күрһәтелә. Амбулаторияла көндөҙгө стационар, процедуралар һәм прививкалар кабинеттары, шулай уҡ терапевт, педиатр, акушер-гинеколог һәм стоматолог бүлмәләре эшләй. Медицина учреждениеһы республика дауаханалары менән үҙ-ара эш итә.
Төбәк етәксеһе амбулаторияны ҡарап сыҡты, персонал менән аралашты.
– Федераль ярҙам менән ошондай амбулаторияларҙы һәм ФАП-тарҙы бөтә республика буйынса төҙөйбөҙ. Байтаҡ эш башҡарылды, әммә яңыртыуға мохтаж булған ауыл медицина учреждениелары бар әле. Беҙҙең бурыс – 2030 йылға ошо эште тамамлау, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.