Социаль мәсьәлә
1 Сентября , 10:00

Социаль стипендия кемгә тейеш?

Әгәр ғаиләгә дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләнгән икән, стипендия алыу еңел хәл ителә

Социаль стипендия кемгә тейеш?Социаль стипендия кемгә тейеш?
Социаль стипендия кемгә тейеш?

Яңы уҡыу йылы алдынан аҙ килемле ғаиләләрҙә йәшәгән студенттар өсөн социаль стипендия ҡаралыуы, уны алыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында иҫегеҙгә төшөрмәксебеҙ. 

Әгәр студент йәки уның ғаиләһе дәүләттән социаль ярҙам ала икән, тимәк, уға дәүләт социаль стипендияһы тәғәйенләнергә тейеш.

Был хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн ошо факттар ярҙам итәсәк: ғаиләгә социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелеүе; матди ярҙам; айлыҡ социаль пособие түләнеүе.

Әгәр ғаиләгә дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләнгән икән, стипендия алыу еңел хәл ителә. Халыҡты социаль яҡлау органдарынан үҙегеҙҙең йәки ғаиләгеҙҙең дәүләт социаль ярҙамы алыу тураһында белешмә алығыҙ. Социаль стипендия тәғәйенләүгә ғариза яҙып, белешмә менән бергә уҡыу йортоноң деканатына тапшырығыҙ.

 Әгәр ғаиләгә социаль ярҙам тәғәйенләнмәгән булһа, тәүҙә ошо мәсьәләне хәл итегеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас