Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Август 2021, 10:47

Башҡортостан исемен донъяға яңғыратты!

Өфө Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллинаны ҡаршы алды.

Баш ҡала аэропортында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, тренерҙар, спортсылар, көйәрмәндәр һәм яҡындары Токиола барған Олимпиадала алтын миҙал яулаған Башҡортостан спортсыһын ҡаршыланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 29 июлдә башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе ил­дең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма команда­һы составында француз командаһын еңде. Алина Заһиҙуллина менән бергә Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Марта Мартьянова бар ине.

Аделина Заһиҙуллина – Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән атҡаҙанған спорт мастеры, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәй кубоктарын яулаусы. Профессиональ спорттағы карьераһын 2012 йылда Новогорскиҙа Бөтә Рәсәй беренселегендә ҡатнашып башлаған һәм унда өсөнсө урын яулаған. 2015 йылдан – Рәсәйҙең фехтование буйынса йыйылма командаһы ағзаһы.

Рәсәй йыйылма командаһы составында яҡташыбыҙҙың алтын миҙал яулауын республика халҡы бик ҡыуанып ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рапирасы Аделина Заһиҙуллинаны Олимпиадала алтын миҙал яулауы менән ҡотланы. Ул спортсыларҙың ныҡыш­малылығын билдәләне, барлыҡ командаға шәп ҡаҙаныштар өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

– Был миҙалды көткәйнек. Һеҙгә нисек ауыр булғанлығын аңлайбыҙ. Афарин! Шундай нескә генә ҡыҙ һәм Олимпиадалағы беҙҙең беренсе алтын миҙалыбыҙ! – тине Радий Хәби­ров. – Ҙур рәхмәт һеҙгә. Ғорур­ланабыҙ!

Аделина Заһиҙуллина үҙ сиратында төбәк Башлығына рәхмәт бел­дерҙе.

Был шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы Аделинаның тренеры, ире Егор Петров та тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты.

– Бик шатмын! Тренеры, ире булараҡ, ҡыуанысым сикһеҙ! Аделина Токиолағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең беренсе башҡорт алтын миҙалын яуланы. Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар ара­һында беренселәрҙән булып! Бындай еңеүгә даими ынтылдыҡ, – тине Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең спорт мастеры Егор Попов.

Яҡташыбыҙҙы, уның тренерын ошондай ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм спортта яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

 Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: