12 ғинуарҙа булырға тейеш “Салауат Юлаев” – “Авангард” матчы үткәрелмәне.
Сәбәбе – Өфө клубындағы 20 хоккейсының, биш тренерҙың һәм команданың бер вәкиленең коронавирус инфекцияһына бирелгән тестарының ыңғай һөҙөмтә күрһәтеүе. “Матчтарҙы һуңғараҡ уҙғарыу мөмкинлеге тураһындағы ҡарарҙы лига өҫтәмә рәүештә ҡабул итәсәк. 2022 йылдың 11 ғинуарында Континенталь хоккей лигаһы клубтары менән эпидемиологик хәл, регуляр чемпионатты тамамлау, плей-оффты үткәреү йәһәтенән кәңәшмә ойоштороласаҡ”, – тиелә Континенталь хоккей лигаһының рәсми хәбәрендә.
Быға тиклем “Салауат Юлаев” хоккей клубының Ригала, Хельсинкиҙа булырға тейешле матчтары үткәрелмәне.
Әйткәндәй, күптән түгел юлаевсы Шакир Мөхәмәҙуллиндың тыуған көнө булды. Уға 20 йәш тулды. Шакирҙы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.
Шакир Мөхәмәҙуллин – “Салауат Юлаев” һаҡсыһы. Ошо хоккей командаһы мәктәбендә тәрбиәләнгән. Шакир 2018/19 йылда профессиональ кимәлдә “Толпар” йәштәр командаһы составында уйнай башланы. 2019/20 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тың төп составында сығыш яһау бәхетенә өлгәште.
2020 йылдың 5 сентябрендә Череповецтың “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнағанда 18 йәшлек яҡташыбыҙ лигала беренсе шайбаһын индерҙе. Һөҙөмтәлә Шакир “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында шайба кереткән иң йәш уйынсы булып танылды. Өҫтәүенә, Шакир Мөхәмәҙуллин – лигалағы 2002 йылғылар араһында рәсми матчта гол менән айырыла алған беренсе хоккейсы.
Айһылыу НИЗАМОВА